— Сабыйын башҡаларға күрһәтмәҫкә тырышып, битен ҡаплап алып йөрөгән ата-әсәне йыш осратырға тура килә. Йәнәһе, күҙ тейә. Бындай хәүеф урынлымы, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Өлкәндәргә, хатта малға күҙ тейә тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткән бар.
Ләйсән ӘЛИБАЕВА, студент.
Сибай ҡалаһы. Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: — Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам дине тормоштоң барлыҡ мәсьәләләрен үҙ эсенә алған: унда ғилем менән мәғрифәт, ғаилә ҡороу, тән, рух сәләмәтлеген һаҡлау, әҙәм балаларының хоҡуҡтарын яҡлау, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәткә ынтылыу — барыһы ла бар.
Күҙ тейеүгә килгәндә, бындай күренеш тормошта киң таралған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә уның барлығын әйткән. "Күҙ тейеү хаҡ", — тигән ул. Икенсе бер хәҙисендә иһә ул бындай зыян күреүҙән ҡәбергә инеү ихтималлығы хаҡында белдергән.
Ысынлап та, белеп-күреп торабыҙ: арабыҙҙа ҡаты күҙле кешеләр бар. Уларҙың кире көсө әҙәм балаһына ла, малға ла тейеүсән. Был йәһәттән айырыуса сабыйҙар зыян күрә. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ниндәйҙер гүзәллекте, хайран ҡалмалы сафлыҡты күргән ваҡытта "сөбхәналлаһ" тип әйтергә онотмайыҡ. Был "Аллаһ Тәғәләнең матур бер заты", "Хоҙай тарафынан яралған гүзәллек" тигән төшөнсәне бирә. Ә инде күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн "Ҡәләм" сүрәһенең аҙаҡҡы 51-се, 52-се аяттарын уҡырға кәрәк, тип өйрәткән Пәйғәмбәребеҙ.
Халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәтенән күренеүенсә, яман күҙҙең энергияһын ситкә ебәреү өсөн төрлө ысул ҡулланыла. Әйтәйек, ялтырауыҡтар һаҡлау көсөнә эйә тип иҫәпләүселәр бар. Элек беҙҙә сабыйҙың сәңгелдәгенә ялман ҡойроғон бәйләп ҡуйыу ғәҙәте булған.
Ғөмүмән, күҙҙең энергияһы ифрат көслө. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бер-беребеҙгә насар уй менән түгел, ә һөйөү, ихтирам, хөрмәт тойғоларын һирпелдереп, изге теләктә ҡараһаҡ ине. Аллаһ Тәғәлә көнләшеүҙән, аяҡ салырға теләүҙән һаҡлаһын. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә, ҡылығынан да һис кем зыян күрергә тейеш түгел", — тигән икән, бер-беребеҙгә яҡты йөҙ күрһәтеп, йылмайыу бүләк итеп, терәк-таяныс булып йәшәргә тырышайыҡ, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.