Хоҙайға һыйынһаң, ярҙамһыҙ ҡалмаҫһың28.03.2014
Иреш-талаш сығарыу өсөн күп кәрәкмәй, ә тотанаҡлылыҡ, яҡындарыңды ғәфү итә белеү — аҡыллылыҡ.
Әбейҙең әүрәткес һүҙҙәренән илһамланып китеп, туҡмасты тағы ла шәберәк ҡырҡырға тотонам... Кеше күңеле ҡара урман шул. Күршемде бығаса ауылдың абруйлы ағинәйе, кендек әбейе итеп кенә белһәм, әле килеп, эске донъяһының илаһи балҡышына хайран ҡалам. Ирекһеҙҙән был аҫыл зат менән яҡындан танышҡан мәл иҫкә төшә.
Бер нисә йыл элек әсәйем Рамаҙан айы кисендә еңгәһен ифтар ашына алғайны. Ауыҙ асыуҙың нисегерәк барғанын күреү теләгендә ҡунаҡтан күҙемде алмай, табын тирәһендә ураңғылағас, әбейем миңә ширҙек ситенән урын күрһәтте. Өлкәндәр менән бергә "бисмилләһир-рахмәнир-рахим" тип әйтеп, бер семтем тоҙҙо телемә һалыуымды, башҡаларға эйәреп әппәр итеүемде ҡунаҡтың хуплағанын тойоп ултырҙым. Ошо күренеш менән бергә ғаиләбеҙҙең ҡыуанысҡа төрөнөп йәшәгән йылдары, ғәзиз әсәйебеҙҙең өлтөрәп йөрөп аш-һыу хәстәрләгән һыны төҫмөрләнә. Йөрәкте һулҡылдатып, сикәм буйлап аҡҡан күҙ йәштәренән танауымды мыш-мыш тартҡылай башлауға, арҡама ҡағылған ҡулдарҙың им-шифаһынан тәнем буйлап йүгергән иҙрәткес тулҡын хәтерләүҙәрҙән арындыра төшә... Сым-сырыҡ һаҡлауҙы өнәмәй һиҙгерйән әбейем, мине ныҡышып-ныҡышып әңгәмәгә ылыҡтырмаҡсы:
— Ҡарап, күҙәтеп йөрөүемсә, ҡаш өҫтөндәге ҡазаларҙан, аяҡ аҫтындағы бәләләрҙән һине һаҡсы фәрештәләрең ҡурсалай. Юғиһә бәләкәй сағыңда ҡаршыңа аңғармаҫтан сабып сыҡҡан егеүле ат арбаһының тәгәрмәстәре араһында имгәнмәй, иҫән ҡалыр инеңме? Йәнә шуға иҫем китә. II класта уҡый инең шикелле. Учалынан ҡайтҡанда ағайың яңғыҙыңды ни йөрәге менән ят машинаға ултыртып ебәрҙе икән?
Өлкән тәрбиәсем, үҙ эсенә йомолмаһын типтер инде, өҙмәй ҙә ҡуймай, мине һаман һөйләштереү яғын ҡайыра:
— Белоретҡа барғаныңда атайың менән ҡайҙа аймылыштығыҙ?
— Дауаханала. Ҡала урамдарын ҡыҙырғандан һуң, үҙебеҙ туҡтаған колхозсылар йортон саҡ эҙләп таптым. Ә алйыр хәлгә еткән атайым, бахыр, кискә генә ҡайтып йығылды...
Бер ғауым тынлыҡ һаҡлағандан һуң, әбейем, үҙ алдына һөйләнгәндәй, һығымта яһап ҡуя:
— Тимәк, һаҡсы фәрештәләрең сит тарафтарҙа аҙашып ҡалыуыңа юл ҡуймағас, киләсәктә лә ҡурсаларҙарына иманым камил.