Түләттерә алмай
Элекке ҡатыныма фатирҙағы өлөшөмдө һаттым. Әммә әле һаман унда теркәлгәнмен. Идарасы компания минән фатир буйынса бөтә түләүҙәрҙе лә түләттерә аламы?
А. ӘМИНЕВ.
Бәләбәй ҡалаһы.
Әгәр һеҙ был фатирҙа йәшәмәйһегеҙ икән, борсолмағыҙ. Торлаҡтағы үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө һатыу тураһындағы документтың күсермәһен һәм даими йәшәгән урынығыҙҙан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе дәлилләгән белешмәләрҙе алып, идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бынан тыш, милеккә хоҡуғығыҙҙы һатҡан осраҡта юғалтыуығыҙҙы һәм икенсе урында коммуналь хеҙмәттәргә түләүегеҙҙе асыҡлап ғариза яҙығыҙ.