Хеҙмәтеңә лайыҡлы баһа алыу күңелгә ҙур кинәнес бирә, дәрт өҫтәй, яңы үрҙәргә ҡанат ҡуя. Рәсәй матбуғаты көнөндә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн тап ошондай матур байрам ойошторолдо — йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса алдынғылар бүләкләнде.
Күркәм тантана республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовтың ҡотлау һүҙе менән асылды. Борис Николаевич матбуғат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, уларға иң изге теләктәрен еткерҙе һәм былтырғы эш һөҙөмтәләренә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
— Үткән йыл беҙҙең өсөн айырыуса емешле булды, — тине ул. — Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың властың кешеләр мәнфәғәтендә эшләргә тейешлеге хаҡында даими әйтә килеүе киң мәғлүмәт сараларының асыҡлығына юл ярҙы. Һөҙөмтәлә ике арала ышаныс күпере һалынды: халыҡ матбуғатҡа яҡынайҙы, уға ышанысы артты, аралашыу майҙаны киңәйҙе. Быйыл ошо башланғысты үҫтерергә, кешеләрҙең ихтыяждарын хәстәрләүҙең яңы алымдарын табырға, уртаҡ маҡсатта берҙәм эшләргә бурыслыбыҙ.
Борис Николаевич “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, баҫма һәм электрон мәғлүмәт сараларының айырым уңыштарына байҡау яһаны, сифат өҫтөнлөк итһен өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең эш һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙың мөһимлеген билдәләне.
— Республика, ҡала һәм район мәғлүмәт саралары араһында киң бәйләнеш булдырыу зарур, — тине ул. — Үҙебеҙҙең арала төрлө спорт ярыштары, мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән һөнәр алдынғыларын үҫтереү, тәжрибәле хеҙмәттәштәребеҙҙең эш алымдарын өйрәнеү ҙә мөһим. Ошо маҡсатта тауыш биреү, рейтинг юлы менән журналистар араһында сәйәси, социаль, мәҙәни һәм башҡа темаларға иң яҡшы яҙғандарҙы билдәләү сараһының положениеһы төҙөләсәк.
Артабан иң тулҡынландырғыс мәл — йыл һөҙөмтәләренә ҡарап, матбуғат сараларын, айырым журналистарҙы бүләкләү тантанаһы булды. Юғары баһа алыусылар араһында беҙҙең “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла бар. Баҫмабыҙ Башҡортостанда — Милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм Рәсәйҙә Космонавтика йылын яҡтыртыу буйынса конкурстарҙа беренсе урынға лайыҡ булды. Төбәктәге исемле йылдың эмблемаһын ижад иткән хеҙмәттәшебеҙ — гәзитебеҙҙең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовҡа Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Дилбәр ИШМОРАТОВА