Йәйәүлеләргә лә ҡағыласаҡ
Тиҙҙән хатта йәйәүлеләрҙең айныҡ булыу-булмауын тикшерә башлаясаҡтар, тип ишеткәйнем...
Динислам.
Әлшәй районы.
Илдең Эске эштәр министрлығы Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләр индерергә теләй. Әгәр уларҙы ҡабул итһәләр, эскән килеш йәмәғәтселеккә күренгән кешегә 500-ҙән 1,5 мең һумға тиклем штраф сәпәүҙәре йәки 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары ихтимал. Әле йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ боҙоусы ысынлап та алкоголле эсемлек ҡулланған, тип теркәй алмай. Водителдәргә ҡағылышлы хәл кеүек үк, йәйәүленең дә айныҡ булыу-булмауы ике пүнәтәй булғанда тикшерелергә тейеш. Әгәр гражданин алкотестерҙа тикшереүҙәрен теләмәһә, тест һөҙөмтәләре менән ризалашмаһа, полицейскийҙар уны медицина учреждениеһына ебәрә ала. Иҫкәртәбеҙ: әле был төҙәтмә ҡабул ителмәгән.