Һорау? Яуап!26.03.2014
Һорау?  Яуап!Күршенең эте өрә лә өрә...

Күршеләремдең эте тәүлек әйләнәһенә тиерлек олой, өрә. Төндә лә тыныс ҡына йоҡлап булмай. Шуның арҡаһында ике йәшлек баламдың йоҡоһо туймай. Был осраҡта ниндәй сара күрергә мөмкин?

Динис ИЛЬЯСОВ.
Өфө районы.

Эттең хужаһы тулы яуап тоторға тейеш. Төнгө 11-ҙән таңғы 7-гә тиклем тынлыҡты боҙған өсөн уға штраф һалыныуы йәки иҫкәртеү яһауҙары ихтимал. Бының өсөн полицияға (участковыйға) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр тауыш рөхсәт ителгән кимәлдән юғарыраҡ икән, был хәл законды боҙоу тип таныласаҡ. Ҡулланыу хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы торлаҡтағы тауыш кимәлен билдәләй һәм контролдә тота. Этте яфалауҙары тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, полицияға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр был факт дөрөҫ тип табылһа, Рәсәй Енәйәт кодексының 245-се статьяһына ярашлы, ғәйеплеләр язаға тарттырыла.


Вернуться назад