Һорау? Яуап!26.03.2014
Һорау?  Яуап!Бәхәс судта ҡарала

Ике бүлмәле фатир шәхси милкем булып тора. Унда улым, киленем һәм ейәндәрем йәшәй. Өйҙәге шау-шыу, бәхәс, ҡунаҡтар һәм эскелек тамам ялҡытты. Уларҙы фатирҙан ҡыуып сығарып буламы икән?

Зөһрә Ильяс ҡыҙы.
Сибай ҡалаһы.

Һеҙ, фатирығыҙ урынлашҡан район судына мөрәжәғәт итеп, дәлилдәрегеҙҙе әйтә алаһығыҙ. Әммә еңеп сығыу мөмкинлегегеҙ бик аҙ, сөнки күсемһеҙ милектә улығыҙ, ейәндәрегеҙ теркәлгән. Етмәһә, балалары бәлиғ булмаған йәштәлер әле. Әгәр фатирҙы хосусилаштырыу юлы менән шәхси милек итеп рәсмиләштергән булһағыҙ (өҫтәүенә был ваҡытта улығыҙ фатирҙа теркәлһә), балағыҙҙың был күсемһеҙ милектән ғүмерлек файҙаланыу хоҡуғы бар икәнлеген күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.


Вернуться назад