Һорау? Яуап!26.03.2014
Һорау?  Яуап!Счетчик ҡуйҙыртыуың хәйерлерәк

Күп фатирлы йортобоҙ ҡараған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һыу счетчигын ҡуйҙыртырға ҡуша. Уларҙың талабын үтәмәһәк, штраф һалабыҙ тип ҡурҡыталар. Улар хаҡлымы?

Айгөл ӘЙҮПОВА.
Өфө ҡалаһы.

Ысынлап та, Энергияны һаҡсыл тотоноу тураһындағы федераль законда 2012 йылдың 1 июленән һыу счетчигын мотлаҡ ҡуйҙыртыу кәрәклеге хаҡында әйтелә. Тимәк, был талап йортоғоҙҙа йәшәүселәрҙең бөтәһенә лә ҡағыла. Был талапты үтәмәгән осраҡта фатир хужаһы иҫәбенә счетчикты мәжбүри ҡуйҙыртыуҙары ихтимал.
2015 йылдан торлаҡтарында һыу счетчигын ҡуйҙырмағандарға һыу өсөн коммуналь хаҡтарҙы арттыра башлаясаҡтар. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең 2013 йылдың 16 апрелендә ҡабул ителгән 344-се «Рәсәй Федерацияһының коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы ҡарарында әйтелә.
Шулай итеп, норматив буйынса түләүҙәрҙе әкренләп арттыра башлаясаҡтар. 2015 йылда ул ике тапҡырға – башта 10, һуңғараҡ – 20, 2016 йылда иһә башта — 40, һуңғараҡ 50 процентҡа үҫәсәк. 2017 йылда был түләү 70 процентҡа тиклем күбәйер тип көтөлә. Әммә иҫкәрмәләр ҙә бар. Был техник сәбәптәр буйынса счетчик ҡуйып булмаған фатирҙарға ҡағыла. Уларҙың хужалары һыу өсөн элекке нормативта ҡаралған хаҡты түләүен дауам итәсәк. 2011 йылдың аҙағында уҡ Төбәктәр үҫеше буйынса министрлыҡтың бойороғо менән иҫке йәки авария хәлендәге, капиталь ремонтҡа йәки һүтеүгә мохтаж, электр энергияһы менән аҙ (5 киловаттан кәмерәк) тәьмин ителгән йорттарҙа йәшәгәндәр һыуға счетчик ҡуйҙырмау хоҡуғына эйә.


Вернуться назад