Һорау? Яуап!26.03.2014
Һорау?  Яуап!Имтихан тотоу – ҙур һынау

Тиҙҙән Берҙәм дәүләт имтихандары башлана. Улым өсөн хәүефләнәм. Әгәр ул имтихандарҙы тапшыра алмаһа, нимә эшләрбеҙ?
Венера Әсҡәт ҡыҙы.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Әгәр мәктәпте тамамлаусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда мотлаҡ булған урыҫ теле йәки математика буйынса минималь балдарҙы йыя алмаһа, уға тәғәйенләнгән көндә тағы бер тапҡыр биреп ҡарау мөмкинлеге бирелә. Улығыҙ һынауҙарҙы йәнә үтә алмаһа, уға аттестат урынына уҡыу учреждениеһында белем алыуы тураһында белешмә генә тапшырыласаҡ. Киләһе йылда уҡыусы үҙ көсөн тағы һынап ҡарай ала. Әммә кемдер имтихан мотлаҡ тапшырылырға тейешле ике предметтан да ҡәнәғәтләнерлек булмаған баһа алһа, киләһе йылда ҡабаттан аттестацияға саҡырылмаясаҡ. Уға уҡыуы хаҡында белешмә генә бирәсәктәр.


Вернуться назад