Һорау? Яуап!26.03.2014
Аванс күләме ирекле
Ирем эш хаҡын айына бер тапҡыр ғына ала. Ә беҙгә бүлеп бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аванс аҙ. Аҡса етеңкерәмәй. Закон буйынса аванс күләме күпме булырға тейеш?
Айзилә.
Мәсетле районы.
Хеҙмәт тураһындағы закондарҙа «аванс» тигән төшөнсә юҡ. Тимәк, уның аныҡ ҡына күләме лә билдәләнмәй. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 136-сы статьяһында, эш хаҡы ике тапҡырҙан да йышыраҡ түләнергә тейеш түгел, тиелә. Әммә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм үҫеш министрлығының 2009 йылдың 25 февралендәге 22-2-709-сы хатында эш хаҡының ике тапҡыр һәм яҡынса өлөштәрҙә түләнергә тейешлеге хаҡында әйтелә. Ғәҙәттә, аванс, күптән килгән йола буйынса, окладтың 40 проценты күләмендә түләнә. Әгәр һеҙгә авансты кәмерәк бирәләр икән, Хеҙмәт дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Компенсация мотлаҡ бирелә
Бер ойошмала ярты йыл эшләнем. Күптән түгел икенсе предприятиеға күсергә ҡарар иттем. Эштән киткән осраҡта отпуск өсөн компенсацияға өмөт итә аламмы?
Б. БУЛАТОВ.
Ҡариҙел районы.
Эйе, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 127-се статьяһына ярашлы, эштән киткәндә файҙаланылмаған отпуск өсөн аҡсалата компенсация түләнә. Был осраҡта хеҙмәт оҙайлылығы ла, килешеүҙең ни сәбәпле туҡтатылыуы ла иҫәпкә алынмай. Был аҡса эштән киткән көндә үк түләнә.
Бер йортта – ике хужа
Ике хужаға тип төҙөлгән йортта йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең милектә булған өлөштө һатырға теләйбеҙ, әммә күрше ризалашмай. Был осраҡта нимә эшләргә?
Әхәт Ҡадир улы.
Мишкә районы.
Күршеләрегеҙгә үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө күпмелер хаҡҡа һатыу һәм башҡа шарттар хаҡында хәбәр ителгән заказлы хатты почта аша ебәрегеҙ. 30 көн дауамында уларҙан бер ниндәй ҙә тәҡдим булмаһа, күсемһеҙ милекте кемгә теләйһегеҙ, шуға һата алаһығыҙ.