Контракт буйынса Нефтекама хакимиәте башлығы вазифаһына конкурста ике кандидат — Рәшит Дәүләтов менән Ришат Хәбибуллин ҡатнашасаҡ.
Документтарын биш кеше тапшырғайны. Берәү конкурста ҡатнашыуҙан баш тартты, икәүһе комиссияның кире яуабын алды. Рәшит Дәүләтов — “НефАЗ” йәмғиәтенең дәүләт власы органдары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры. Ришат Хәбибуллин — Нефтекама ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе. Төп конкурс 31 мартта үтә.