Бизмән ауырлығы — орлоҡтан26.03.2014
Бизмән ауырлығы — орлоҡтан
“Ни сәсһәң, шуны урырһың”, “Сифатлы орлоҡ — уңыш нигеҙе”... Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында сәсеүгә, орлоҡҡа бәйле әйтемдәр, мәҡәлдәр бик күп. Быуаттар буйына һыналып, бөгөн дә асылын юғалтмаған улар. Сөнки дымлы ергә һалынған гәрәбәләй тос бөртөктәр генә өҫтәлебеҙҙе мул ризыҡлы итәсәк, ил ҡеүәтен билдәләйәсәк.

Бизмән ауырлығы — орлоҡтанОрлоҡтоң сифатын, сорттарҙың таҙалығын билдәләүсе инспекциялар элегерәк һәр районда бар ине, хатта айырым хужалыҡтарҙың да филиалдары булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн улар ҡайһы бер райондарҙа бөтөнләй ҡыҫҡартылды йәки күрше-тирәгә беркетелде. Борайҙа орлоҡсолоҡ инспекцияһы, яңыса әйткәндә, “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостандағы референт үҙәгенең 5-се территориаль бүлексәһе эшләп килә.
— Район хужалыҡтарында әҙерләнгән орлоҡтоң сифатын тикшерәбеҙ, сығышын, ауырыуҙарға бирешеү-бирешфмәүсәнлеген билдәләйбеҙ. Был эш йылына ике тапҡыр башҡарыла, — ти бүлексә етәксеһе, райондың баш агрономы Ялҡын Ғималетдинов. — Дымлылыҡ, сорт таҙалығын тикшерәбеҙ. Һөҙөмтәгә ҡарап, хужалыҡтарға танытма бирәбеҙ. Уның нигеҙендә улар культураға сәсеү нормаһын билдәләй...
Районда барлығы 42 мең 500 гектар майҙанды иген культуралары биләйәсәк. Шуныһын да әйтергә кәрәк: уларҙы ете генә агроном хеҙмәтләндерә. Ләкин урындарҙа белгестәр юҡ тип уйларға ярамай. Байтаҡтары үҙҙәре фермер хужалығы ойошторған — был да хуплауға лайыҡ. Шулай ҙа күп көс орлоҡсолоҡ инспекцияһының агрономдары Миләүшә Әҡсәнова менән Әлфиә Хәбибуллина иңенә төшә — һәр килтерелгән орлоҡто ҡарарға, тейешле һөҙөмтә сығарырға кәрәк. Быларҙан тыш, Балтас, Мишкә, башҡа күрше-тирә райондарҙан килтерелгән орлоҡтарҙы ла тикшерәләр. Тағы бер яғын билдәләү мөһим: элек инспекцияла туғыҙ кеше эшләһә, бөгөн, етәксене лә индереп, өс белгес бар йөктө тарта.
— Орлоҡсолоҡ менән генә эш бөтмәй. Хужалыҡтарҙың баҫыуҙарынан тупраҡты ла анализға алабыҙ. Уның составында булған матдәләрҙе тикшерәбеҙ, — ти Ялҡын Нәсим улы. — Үҫемлектәрҙең карантин-санитар хәлен күҙәтеп торабыҙ. Районда һатыуҙа, дөйөм туҡланыу нөктәләрендә булған аҙыҡ-түлектең нитрат матдәләренең күләмен дә ҡарайбыҙ. Алда әйткәнемсә, беҙҙең референт үҙәге район хужалыҡтарын ғына түгел, башҡа төбәктәрҙе лә хеҙмәтләндерә.
Бөгөн район буйынса 6 400 тонна сәсеү орлоғо һалынған. Улар тулыһынса тикшерелеп бөткән, барыһы ла кондицияға тура килә. Хужалыҡтарҙа был юҫыҡта ҡытлыҡ юҡ. Ошо көндәрҙә 20 тонна кукуруз орлоғо ҡайтарыласаҡ.
Бәләкәй, әммә тырыш коллектив менән хушлашҡанда ошондай уй тынғы бирмәне: орлоҡсолоҡ инспекцияһы һымаҡ мөһим тармаҡты ҡыҫҡартып, сифатлылары урынына фуражға ғына ярарлыҡ орлоҡ һалмаҫбыҙмы бәрәкәтле ергә? Борайҙар һымаҡ үҙ эшен яратҡан белгестәр һәр төбәктә бар бит. Әйтергә кәрәк, иңдәренә бик мөһим бурыс йөкмәгәндәр — киләһе уңыштың нигеҙ ташы ныҡлығын улар билдәләй.


Вернуться назад