Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тәртип юҡ әле26.03.2014
Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Бөтә Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалыҡ форумының пленар ултырышында ҡатнашты.

Үҙенең сығышында ул байтаҡ проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. Мәҫәлән, власть органдарының даими иғтибарын талап иткән төп мәсьәләләрҙең береһе — коммуналь ойошмалар тарафынан инвестиция йөкләмәләрен үтәмәү.
— Хоҡуҡ һаҡлау органдары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенән аҡсаның ситкә китеүенә юл ҡуймаҫҡа тырыша. Әммә инвестиция йөкләмәләрен үтәмәү һөҙөмтәһендә иҡтисади зыян килә. Быға кәртә ҡуйырға кәрәк, — тине Михаил Бабич.
Халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән өсөн хаҡ ҡуйыу тәртибен боҙғанға бер ниндәй ҙә яуаплылыҡҡа тарттырылмаған идарасы компанияларҙың эшмәкәрлеге йәмғиәттә лә, башҡарма власть органдарында ла ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ошоға бәйле Тулы хоҡуҡлы вәкил ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм торлаҡ хужалары араһында туранан-тура килешеү төҙөргә тәҡдим итте. Идарасы компанияларға шәхси һәм коллектив иҫәп-хисап приборҙарының күрһәткестәре араһындағы айырманы түләү бурысын йөкмәтергә мөмкин.
Тотонолған газды, һыуҙы иҫәпләү ҡорамалдарын сафҡа индереү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән. Михаил Бабич уларҙы ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар йәки ҡаҙна иҫәбенә ҡуйырға тәҡдим итте.
Икенсе киҫкен проблема — төбәктәрҙә халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү сараларын тормошҡа ашырыуға аҡсаның етмәүе. 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем иҫке өйҙәрҙән яңыларына күсереү күләмен былтырғыға ҡарағанда икеләтә арттырыу бурысы тора.


Вернуться назад