Фотоларҙа тарих сағыла26.03.2014
Фотоларҙа тарих сағыла
"ВДНХ-Экспо" сауҙа-күргәҙмә комплексында "Коммерсантъ" гәзитенең "Коммерсантъ. Ирекле камера" фотокүргәҙмәһе асылды. Әйткәндәй, редакция бындай сараны Өфөлә тәүге тапҡыр ойошторҙо.

Күргәҙмәлә бихисап фотохәбәрсенең архивтан һайлап алынған төрлө йылдарҙа төшөргән иң яҡшы 80-ләп ижад емеше урын алған. Әлбиттә, улар араһында төбәк редакцияһы хеҙмәткәрҙәренең эше айырыуса иғтибар үҙәгендә. Илебеҙҙә барған сәйәси ваҡиғалар, ил етәкселәре һәм сәйәсмәндәр портреттары, эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге, дин әһелдәре ҡатнашлығында үткән саралар, ярыштар, спортсыларҙың тормошо һәм бүтән мауыҡтырғыс күренештәр халыҡтың бай тарихын күҙ алдына баҫтыра.
Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе.
– Фекер алышыу һәм аралашыу һәр саҡ кәрәк, күргәҙмәне ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ифрат ҡыҙыҡлы фотолар бирелгән. "Коммерсантъ"тың үҙенә генә хас эш алымы бар, хеҙмәткәрҙәренең донъяға ҡарашы ошонда тулыһынса сағылыш тапҡан.
Фотокүргәҙмә тарихҡа байҡау яһауы менән әһәмиәтле. Шул рәүешле ул хәтерҙе яңырта.


Вернуться назад