Хатта ҡоштар илаған!14.01.2012
Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ир яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң да ватандаштарын репрессиялауҙы дауам итә: ошо көндәрҙә илдә "бөйөк юлбашсы”ны юғалтыуға ҡайғырмаған, ихлас иламаған кешеләр хөкөмгә тарттырылған.
Ким Чен Ир илгә 17 йыл етәкселек иткәндән һуң, 2011 йылдың 17 декабрендә донъя ҡуйғайны. Ул заманыбыҙҙың иң ҡанһыҙ диктаторҙарының береһе тип иҫәпләнә. "Бөйөк юлбашсы" үлгәс, Төньяҡ Кореяла матәм ике аҙнаға яҡын дауам итте, донъяның барлыҡ телеканалдарын ерҙе тырнап, үкһеп илаған кешеләр төшөрөлгән йән өшөткөс кадрҙар урап үтте. Илдең дәүләт телекомпанияһы хәбәр итеүенсә, юл ситенә теҙелеп "илаған" айыуҙарҙы, "юлбашсы"ның һәйкәле өҫтөндә ҡайғылы тауыштар сығарып осҡан ҡоштарҙы ла күргәндәр, имеш.


Вернуться назад