Арғымаҡлы ғалим26.03.2014
Арғымаҡлы ғалим Ишембайҙа тантаналар үткәс, Зәки Вәлидиҙең юбилейын рәсми билдәләүгә өлгәшелде. Һөҙөмтәлә Башҡорт дәүләт университетында бөйөк ғалимға арналған беренсе ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.
Тантананан һуң уҙғарылған мәжлестә Камилдың ҡыуанып нисек бейегәнен күрһәгеҙ!
— Беҙҙең урамға ла байрам килде бит, Мәрйәм! — тип ихлас шатланды ул. — Их, Диҡҡәт дуҫ күрә алманы был көндәрҙе! Ышанды бит ул ошолай булырына, ныҡ ышанды! Әйҙә, Мәрйәм, Диҡҡәт дуҫ өсөн дә бейейек әле!
Мәжлестә кеше ифрат күп булды. Беҙҙән — "Урал" башҡорт халыҡ һәм "Юрматы" үҙәктәре вәкилдәренән тыш, яйын табып, саҡырылмаған ҡунаҡтар ҙа килеп тулғайны. Ҡунаҡтарҙың именлеге, тыныслығы, байрамдың матур үтеүе өсөн үҙен яуаплы һанаған Камил һәр кемде күҙ уңынан ысҡындырмай күҙәтеп, хәстәрләне.
Камилдың бер туған һеңлеһе Нурия Килмөхәмәтова ҙур эш башҡарған: "Ағиҙел" журналының ике һанында (№ 10-11, 2013 йыл) Вәлидов нәҫеленә ҡағылышлы бай иҫтәлектәр баҫтырған. Тарихтың аяныслы осорона, ғәҙелһеҙлектең иң ауыр тәгәрмәсе аҫтына эләккән, "халыҡ дошмандары" мөһөрө һуғылған, ғаиләләре, туғандары тырым-тырағай килтерелгән, ярым ас йәшәүгә дусар ителгән балалар яҙмышы берәй ваҡыт ентекле тикшерелер. Нурия Абдрахман ҡыҙының ҡиммәтле яҙмалары, яҙыусы Ноғман Мусин әйткәнсә, рухлы балалар тәрбиәләп үҫтергән Сара апайҙың (Камилдың әсәһе, Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе) исеме лә рухи шәм һаҡсылары менән бер рәттә булыр.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандарына урта мәктәптең юғары кластарында — түләп, ә институтта төрлө һылтау нигеҙендә стипендияһыҙ уҡырға тура килгән. Уларға аспирантураға ла йүнәлтмә бирмәгәндәр. Шуға күрә Камил Вәлиев, уҡырға теләге көслө булғанлыҡтан, Силәбегә эшкә китә һәм артабан белем алыуын унда дауам итә. Нурия Килмөхәмәтованың иҫтәлектәрен ҡабатлап биреүҙән фәтүә юҡ, уны уҡып сығырға кәрәк. Ә уларҙан йән әрнеткес мәғәнә йомолған ике генә һөйләм яҙып үтәм. "Сара апай Вәлиева яғынан туған, оҙаҡ йылдар Башҡортостанда юстиция министры булып эшләгән Ләлә апайға ул йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында төрлө һорау менән мөрәжәғәт итһәләр: "Мейемде ҡайнатмағыҙ, йөрәгемде әрнетмәгеҙ", — тип кенә яуап бирә", — тип яҙған Нурия Абдрахман ҡыҙы. "Ҡыҙы Иҫәнбикә әйтеүенсә, сит ерҙе үҙ иткән Зәки ағайым, туғандарының ыҙаланып һәләк булыуын ишеткәс, төндәр буйы йоҡламай үкһеп илаған, ҡурай уйнауын, йырлауын ташлаған” тигән һүҙҙәр ҙә бар иҫтәлектәрҙә.
Ошо ике фекерҙән генә лә Вәлидиҙең туғандарының әсе яҙмышын күҙ алдына килтереп була. Шуға күрә улар өсөн Ишембайҙа үткәрелгән тантана ҙур шатлыҡ булды. Ғәҙеллектең тантанаһы, хаҡлыҡтың еңеп сығыуы ине был.
Бер тапҡыр Камилдың сығышынан һуң түҙмәйенсә һораным:
— Профессиональ йырсы булырға уйламағайныңмы?
— Булды, тик физиканы ла ныҡ ярата инем. Икеһен бергә алып барырмын тип уйланым. Йырлайым бит, халыҡ тыңлай, ярата. Башҡа милләт вәкилдәре лә моңомдо үҙ итә, аңлай.
— Профессионал булһаң, төрлө төбәктәге йырҙарҙың үҙенсәлеген, сиҙәм кеүек йырып сыҡҡыһыҙ байлығыбыҙҙы тикшерер инең...
— Ундайҙар табылыр. Ә бына әҙәм һөйәгендә лә магнит барлығын һәм уларҙың төрлө булыуын тикшереүсе табылмаҫ. Ҡыҙыҡ инде, физик булғас, ғилми темамды, геология өлкәһенә ҡағылышлы тип раҫламай маташтылар. Иҫбатланым, Ер физикаһының нигеҙен тәшкил итәсәк әле минең асыштар, тинем. Ә кеше һөйәгендә магнит барлығын тикшерә башлаһам, "һин медик түгел" тиерҙәрме икән? Фәндә шундай сикләүҙәр булмаһын ине. Йырҙағы һымаҡ. Уны бит моңоң, тының етә икән, бөгөлөштәре һайын тулҡынландырып, күңелдәрҙе наҙлатырлыҡ, үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп башҡарырға мөмкин! — тип ялҡынлы фекерен белдергәйне Камил. — Мәрйәм, бая иҫкә төшөрҙөң бит әле: ысынлап та, мәҫәлән, Бөрйән яғында "Урал"ды бөтөнләй икенсе төрлө башҡаралар.
Шулай тине лә моңон һуҙып ебәрҙе Камил. Мөмкин булһа, ошо мәҡәләгә уның берәй йырын ҡушып ебәрер ҙә ҡыҙыҡһынғандарға тыңлатыр инем. Хәйер, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге шәхси битемдә Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙе башҡарған йырын, Камил Вәлиевтең "Илсе Ғайса"һын ҡуйғанмын. Инеп тыңларға мөмкин.
Ҡыҙыҡлы ваҡиға, мәрәкә һөйләй башлаһа, төп герой ролендә һәр саҡ үҙе булды. Әллә ысын, әллә башҡаларҙы үпкәләтмәҫ өсөнмө — аңлашылманы, әммә, ихлас һөйләгәс, тыңлауы ифрат ҡыҙыҡ була торғайны. Ғәлиәһе лә, был мәрәкәләрҙе тәү тапҡыр ишеткәндәй, бирелеп китеп тыңлай. Диҡҡәт иһә башын артҡа ташлай биреп, ике ҡулын йәйеп көлә, ә Камил ирененең бер осон ғына ҡыймылдата биреп кеткелдәп ала ла, "ысын шулай булды", тип һүҙен тамамлап ҡуя ине.
— Бер ваҡыт аспирантурала уҡығанда Мәскәү дәүләт университетының ашханаһына индем, — тип һөйләгәйне ул. — Китапханала ултырып оҙаҡлап киткәнмен, асығыуымды һиҙмәгәнмен дә. Аш, бифштекс, компот менән сәй алдым. Батмусты өҫтәлгә ҡуйҙым да сәнске-ҡалаҡ алырға киттем. Килһәм, минең ризыҡты негр студент рәхәтләнеп ашап ултыра. Эргәһенә ултырҙым да уға аптырап текләп ҡалдым. Тәүҙә йәлләнем, сөнки ниндәй генә гәзитте асып ҡарама: "Негрҙар асыға, уларға ярҙам кәрәк!" — тип яҙалар. Улай тиһәң, үҙем дә студент, мин дә ас. Ултыра биргәс, асыу килә башланы. Тауыш сығарыр инең, был ваҡиға халыҡ-ара ыҙғыш тип билдәләнәсәк бит инде — өндәшмәйем. Шунан ҡапыл "Һарыҡ та теүәл, бүре лә туҡ" тигән әйтемде иҫкә төшөрҙөм дә, негрҙың алдынан бифштекс менән вермишелде тартып алып, ашай башланым. Теге өндәшмәй. Негрҙар мәрмәр һын һымаҡ бит ул. Ашап бөтөп, сәйен эсте лә компотын ҡалдырып китеп барҙы. Ярты-йорто тамаҡ туйҙырып, мин дә сығырға ыңғайланым. Ҡараһам, күрше өҫтәлдә бөтөнләй тейелмәгән ризыҡ менән минең батмус тора… "Хәләл аҙығын башҡалар тартып алып ашағас, нисек асыҡмаһын инде негрҙар!" — тип үҙ-үҙемә асыуым килеп ашхананан сығып һыҙҙым.
— Ул тиклем мәҙәктәрҙе ҡайҙан белеп бөттөң, әллә үҙең уйлап сығараһыңмы? — тип һорайым.
— Студенттарымдан зачетта һөйләтеп алам. Көләмәс яратҡан кеше бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй ул. Ә көр күңел әҙәм балаһын һәр төрлө ауырлыҡтан ҡотҡара. Уҡыусыларҙың Камил Вәлиевте яратҡанын, лекцияларын ҡалдырмай йөрөгәнен, шуға уның дәрестәрен беренсе пар итеп ҡуйырға тырышҡандарын белә инем, ә бына көләмәс һөйләтеп зачет алыуы, бәлки, уйҙырма ғына булғандыр. Ә көр күңеллелек тураһындағы фекере менән килешәм. Студенттарҙы көләмәстәре менән ылыҡтырыу ғына түгел, физика кеүек ауыр фәндең ҡатмарлы теорияһын ябай ғына аңлатыуҙан башлаһа, әлбиттә, уҡытыусыға, үҙе әйтмешләй, магнитҡа тартылған кеүек тартылғандарҙыр.
Камил Вәлиевтең әсәһе яғынан да, атаһының нәҫелендә лә уҡымышлылыҡ, маҡсатлылыҡ, эшһөйәрлек, илһөйәрлек рухы өҫтөнлөк иткән. Ныҡлы уйлап, йөрәк ҡушыуын, йән тартыуын тойоп өйләнгәндә, нәҫел ҡаны боҙолмай, һәләттәр ҙә һаҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фани донъянан иртә китте яҡты күңелле, изге йөрәкле, туған йәнле Камил Вәлиев. Әммә төп хыялдары тормошҡа ашты. Мәҫәлән, ер физикаһын өйрәнеү буйынса тиҫтәләгән ғилми хеҙмәтен дауам итерҙәй унлаған ғалим (улар әле илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында эшләй) әҙерләне. Уҡыусыларынан тәүгеләрҙән булып физика-математика докторы исемен алған Салауат Әбсәләмов та яҡты донъя менән иртә хушлашты. Әле БДУ-ның дөйөм физика кафедраһында эшләгән ғалимдарҙың күбеһе — Камил Вәлиевтең уҡыусылары.
Камил Абдрахман улы — күп балалы атай ҙа. Ҡыҙы Гүзәл, улдары Юлдаш менән Илнур Вәлиевтәрҙең нәҫелен дауам итә. Үкенескә ҡаршы, Ғәлиә лә иртә донъя ҡуйҙы. Матур күңелле ҡатындан яҡты иҫтәлектәр ҡалды.
1934 йылдың 23 февралендә тыуған күренекле ғалим Камил Вәлиевкә быйыл 80 йәш тулған булыр ине. Яҙмамда уның ғилми хеҙмәттәренә ентекле туҡталыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым, ә бөйөк эштәр атҡарған илһөйәр, телһөйәр ир-уҙаманының ҡәҙимге тормошта ниндәй кеше икәнлеген, киләсәгебеҙ тураһында туҡтауһыҙ хәстәрлек күреүен, күңел нурын, рухи шәмде быуындан быуынға һүндермәй тапшыра килеүен һүрәтләргә теләнем. Улар ғәҙәти булмаған кеше түгел, ә Камил Вәлиев, Диҡҡәт Бураҡаев кеүек ябай, әммә йөрәгендә халыҡ хәстәрен йөрөткән, изге маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн һәр саҡ алға ынтылған шәхестәр. Тап ошондай кешеләр милләт тип аталған сылбырҙың ҡулсаларын өҙмәй тотоп килә.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

(Аҙағы. Башы 55-се һанда).


Вернуться назад