Китап ҡулдан төшмәһен26.03.2014
Китап ҡулдан төшмәһен
Бала саҡта гел генә: "Китап тотаһың да ултыраһың", – тип шелтәләйҙәр ине. Хәҙер заман бөтөнләй үҙгәрҙе, беҙ балаларҙы: "Телефоныңды бер минутҡа ла ҡулыңдан төшөрмәйһең", – тип әрләйбеҙ.

Китапҡа һөйөү беҙҙең булмышҡа бәлә-кәйҙән һалынған. Әҙәби әҫәрҙәр уҡып, ыңғай геройҙар кеүек булырға тырышыу, уларҙағы яҡшы сифаттарҙы үҙеңдә лә тәрбиәләргә ынтылыу беҙҙең өсөн иң мөһиме һаналды. Илһөйәрлек, бөтә эшкә яуаплылыҡ атай-әсәй, олатай-өләсәйҙән генә түгел, классик әҫәрҙәр йоғонтоһонан да һалынғандыр, тип уйлайым. Тыуған көнгә бүләктең дә иң ҡәҙерлеһе китап булды бит.
Бөгөн йәштәр китап уҡымай, гәзит-журнал алдырмай тип хафаланыу урынлы. Ҡайһы саҡта телевидение хәбәрселәре, урам буйлап китеп барған егет-ҡыҙҙарҙы туҡтатып, билдәле шағир, яҙыусыларҙың исем-шәрифен һәм ниндәй әҫәрҙәр ижад иткәнлеген белешә. Йәштәр ябай ғына һорауға ла яуап бирә алмай, юғалып ҡала. Уларҙың китапҡа күҙ һалмауы ыҡ-мыҡ итеүҙәренән үк аңлашыла.
"Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел", тиҙәр. Кеше мәктәпкә барғандан алып ғүмер буйы үҙен камиллаштырырға бурыслы. Күңелеңә оҡшаған һөнәр йүнәлешендә генә түгел, төрлө өлкәгә ҡағылғандарында ла "йөҙөп йөрөргә" тейешһең. Аң-белем даирәһен киңәйтергә теләмәү – ул тормоштан артта ҡалыу, рухи зәғифләнеү. Ер нуры ҡояш булһа, кеше нуры ғилем бит.
Һуңғы ваҡытта төрлө мәғлүмәт менән донъя тулды: "зәңгәр экран"дарҙы ҡабыҙыуың була, нисәмә төрлө канал кешене үҙенә ҡаратырға әҙер: береһендә аҡса эшләргә өйрәтәләр, икенселәре – аш-һыу бешерергә, өсөнсөләре сит ил йәнһүрәттәрен күрһәтә, ундағы ҡот осҡос геройҙарҙан бәләкәстәр хәҙер ҡурҡмай ҙа хатта. Һыңар күҙле, ҙур башлы, кешегә лә, хайуанға ла оҡшамаған йәндәрҙең үҙ-ара мәғәнәһеҙ аралашыуына өйрәнеп бөткән улар. Үрмәксе кеше, Емергес трансформер, Супермен, Бэтмен, Ҡара плащ һәм башҡа геройҙар – бөгөнгө балаларҙың кумиры. Етмәһә, байрамдарға ошо геройҙар төшөрөлгән кейем дә талап итәләр. Ә бына йәнһүрәттәр энергетикаһы ҡурҡыныс көскә эйә. Хатта бәләкәстәрҙең ауырып китеүе лә ихтимал.
Күп каналдарҙан атыш-үлтереш, детектив сериалдар бер-бер артлы бара. Ғәзиздәребеҙ өсөн йүнле балалар тапшырыуы ла юҡ, булғандары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Компьютер ҙа үҙенең янынан һис ебәрергә теләмәй үҫмерҙәрҙе. Уйындар уртаһында ҡайнап, виртуаль тормошта янып-көйгән бала ысынбарлыҡты күргеһе лә килмәй төҫлө. Ҡайҙа ул китап уҡыу?! Нисек итеп ҡыҙыҡлы уйындың яртыһында туҡтамаҡ кәрәк? Шулай итеп, ҡәҙерле минуттар, сәғәттәр әрәмгә уҙа. Ошо ваҡытты китап уҡып файҙалы үткәреү бигерәк отошло булыр ине. Уҡыған ете ҡат ер аҫтындағын күрә, уҡымаған ер өҫтөндәген дә күрмәй, ти халҡыбыҙ. Ата-әсә лә тыныс йоҡо теләп, сабыйҙарына әкиәт һөйләйме? Ә үҙегеҙ һуңғы ваҡытта ниндәй авторҙың китабын уҡып сыҡтығыҙ, дуҫтар?..
"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы башланғысына шатланып ҡуйғайным. "Балаларға – китап" проекты тәҡдим итеп, киң ҡоласлы эш йәйелдерелгәйне. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: "Китап уҡымай, үҙ-үҙеңде камиллаштырмай тороп, алдынғы ҡарашлы кеше булыу мөмкин түгел, – тип үҙ ҡарашын белдерҙе. – Китаптың икенсе иң мөһим яғы ла бар: яҡшы әҫәр баланы яҡшылыҡты яуызлыҡтан айырырға өйрәтә, ул намыҫ һәм выждан тигән төшөнсәләр менән таныштыра. Балалар уҡымай икән, улар әхлаҡи яҡтан зәғиф, эске булмышы тотороҡһоҙ".
Китап – белем шишмәһе. Был һүҙҙәрҙе оло быуын яҡшы аңлай. Шуға ла шәхси китапханаһын әле лә тулыландыра, дуҫтары менән ихлас уртаҡлаша. Замана технологиялары күпме генә алға китмәһен, электрон китаптар тәҡдим ителмәһен, барыбер китапты ҡулыңа алып, уға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, уйланып уҡыуға бер ни етмәй!


Вернуться назад