Билдәле булыуынса, башҡорт халҡының тыныс тормошо татар-монгол илбаҫарҙары килгәс юҡҡа сыға. Алтын Урҙа, унан һуң Ҡазан, Нуғай, Себер ханлыҡтары бүлгеләнгән еребеҙҙе талауға, халҡыбыҙҙы иҙеүгә үҙ өлөшөн индергән. Уларҙан ҡотолорға теләп, Урыҫ батшалығына ҡушылыу ҙа иркенлек бирмәй.
Яйлап урыҫтар башҡорт ерҙәрен "үҙләштерә" башлай, талау, халыҡты аяуһыҙ ҡырыу көсәйә. Бигерәк тә ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә башҡорттоң һаны ҡырҡа кәмей. Халҡыбыҙ һәр ихтилалдан һуң йөҙәр меңләп кешеһен юғалта. Татар-монголдарҙан отоп алған язалау ҡоралдарын һәм алымдарын файҙаланып, милләтте юҡ итеү йылдарға һуҙыла: ауылдар яндырыла, ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы урыҫ байҙарына ҡоллоҡҡа биреү, уларҙы суҡындырыу, исемдәрен алмаштырыу ғәҙәти хәлгә әйләнә. Башҡорт халҡын донъя йөҙөнән бөтөнләй юҡ итеү мөмкинлеге самодержавие тарафынан хуплау таба...
1914 йылда бер миллион ярым иҫәпләнгән башҡорт халҡынан 1926 йылда ни бары 600 мең генә кеше тороп ҡалған... Ҡайҙа булған 800–900 мең башҡорт? Шовинистик большевизм сәйәсәте халыҡтың һанын кәметеүгә алып барған.
Хәҙерге көндә Башҡортостандың йыллыҡ тулайым продуктының 73–75 проценты Мәскәүҙең төпһөҙ ҡаҙанына күсерелеп тора. Быға ла түҙәбеҙ.
Күп һанлы халыҡтар ғына үҙенең киләсәген тәьмин итә ала, аҙ һанлылары күпселек тарафынан йотола бара. Башҡорт демографияһы ни өсөн үҫешмәй, артта һөйрәлә — уны еңел күҙ алдына килтереп була. Сағыштырайыҡ әле! Әгәр башҡорт ҡыҙы татар егетенә кейәүгә сыҡһа, татар милләтен үҫтерә, урыҫҡа икән — николайҙар, машалар арта, ундай ғаиләләрҙә рәшиттәр-рәшиҙәләр тыумай. Шул уҡ ваҡытта ҡатыны ла, балалары ла тик урыҫ телендә һөйләшә, үҙ теле, йолалары иҫәпкә лә алынмай. Әгәр башҡорт егете татар ҡыҙына өйләнһә, бала татар булып үҫә. Ә күпселек башҡорт егете ошоға риза булып көн күрә, хатта үҙе лә һөйләшеүҙә әкренләп татар теленә күсә башлай. Моңһоҙлоҡ, милли көсһөҙлөк был!
Халҡыбыҙ өсөн иң ҡурҡыныс күренеш — ассимиляция процесы. Беренсенән, ул ҡатнаш никахтарҙан башланһа, икенсенән, мәктәптә ниндәй телдә уҡытыуға бәйле.
Башҡорт халҡының киләсәген күҙаллағанда, тағы ҡайһы бер күренешкә туҡталмай булмай. Колхоз һәм совхоздарҙы бөтөрөү ауыл халҡын аптырашта ҡалдырҙы, күптәр эсә башланы, сәбәбен эшһеҙлектән күрҙе. Минеңсә, был бөтөнләйе менән оло хата. Ни өсөн? Сөнки батша Рәсәйендә колхоз-совхоз тармағы булмаған, әммә халыҡ эшләгән-тешләгән, ғаилә ҡорған, күпләп бала үҫтергән, бер кемгә лә бәлә яҡмаған, эш юҡ тип оран һалмаған. Ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар ҙа осраған, ләкин ҡаушамай, йәшәү юлын эҙләгәндәр һәм тапҡандар. Халыҡ үҙ һанын үҫтерә килгән.
Ә бөгөн республиканың ҡайһы бер райондары, ауылдары ниндәй хәлдә? Ҡыҙҙар мәктәпте тамамлағандан һуң ҡалаға тая, унда эшһеҙҙәр һанын арттыра, байтағы кейәүгә сыға алмай яҙыҡ юлға баҫа, шәхесен юғалта. Унд
айҙар нисек халыҡ һанын арттырһын?! Был турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Егеттәргә килгәндә, улар эшһеҙлектән ҡурҡып ғаилә ҡормай, пенсионер әбейҙәр ҡуйынына һыйынып ғүмерен уҙғара. Эскелек диңгеҙенә сумып, киләсәген күҙ алдына ла килтерә алмай, бала тәрбиәләп, нәҫелде дауам иттереүҙе иҫенә лә төшөрмәй. "Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан" принцибы менән йәшәй. Ҡайҙа булған ул намыҫ, ояла белеү, выждан, егетлек төшөнсәләре — аңлатыуы ҡыйын.
Киләсәктә милләтебеҙ күп һанлы, данлы, мул тормошло, ғорур, мәғрифәтле халыҡтар рәтендә торһон ине.