Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары менән осрашты.
Ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған етәксе буласаҡ юристарға ойошманы төҙөү тарихы, уның төп бурыстары, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары һәм йөкләмәләре, эшкә урынлашыу шарттары тураһында һөйләне.
— Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошонда бындай хеҙмәт һәр саҡ булған. Уның тураһында йыш ҡына "кешегә изгелек менән ғәҙеллектең тантана итеүенә ышаныс өҫтәүсе ойошма" тиҙәр. Байтаҡ йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, ошо дәүләт эшмәкәрлегенең асылы – закон менән хоҡуҡ тәртибенең юғары идеалдарына хеҙмәт итеү бурысы – үҙгәрешһеҙ ҡалды, – тине ведомство етәксеһе.
Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, суд приставы булырға теләгән йәштәр хеҙмәттең еңел түгеллеген аңларға тейеш. Шуға күрә стажировка осоронда уҡ буласаҡ һөнәреңде билдәләү шарт.
— Суд приставтарының хоҡуҡтары хаҡында ғына түгел, иң элек суд ҡарарҙарын, башҡа органдарҙың күрһәтмәләрен үтәгәндә дәүләт һеҙгә йөкмәткән бурыстар тураһында уйланырға кәрәк, – тине ул. – Тап суд приставтары хеҙмәтендә дипломлы юристар булған белемен бөтә тулылығында файҙалана ала бит. Хеҙмәтебеҙҙең абруйы ҙур.
Зариф Байғусҡаров уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, шулай уҡ институттың гражданлыҡ процесы кафедраһы мөдире, хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығындағы Йәмәғәт советы рәйесе Урал Мырҙабулатовҡа профессиональ юристар әҙерләүгә тос өлөш индергәне өсөн ведомствоның почет грамотаһын тапшырҙы.