Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте25.03.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы профессоры Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы идаралығындағы патруль-пост хеҙмәте полкы полицейскийы Әхмәтйәнов Камил Зиннур улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде;
"Машкрепеж" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең көйләүсеһе Ишков Федор Михайловичҡа, Өфөнөң "Гидравлика" агрегат предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Капулер Георгий Марковичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе", "Илеш урманы" предприятиеһы инженеры Әйүпов Ришат Рифҡәт улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы", Бәләбәй районындағы Шкапов газ эшкәртеү предприятиеһының генераль директоры Лапшин Александр Алексеевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе", Мәләүез ағас эшкәртеү комбинатының генераль директоры Ғатауллин Венер Зәбир улына, Ҡариҙел районындағы "Азатлыҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Хисмәтуллин Хөбөтдин Мөхитдин улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре", Әлшәй район ҡулланыусылар йәмғиәте магазины һатыусыһы Арыҫланова Зәйтүнә Рәүеф ҡыҙына, Учалы районындағы "Ҡәүиев" яуаплылығы сикләнгән директоры Ҡәүиев Рәшит Ғәбделхаҡ улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре", Рәсәй Пенсия фондының Бүздәк районындағы идаралығы начальнигы Ишмаев Фәних Фәнил улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре", Борай районындағы "Жилищник" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шоферы Мусин Мәғәнәүи Мәүләүи улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре", Октябрьский ҡалаһындағы 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Ахунйәнов Ринат Муса улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре", Ишембай районының Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортондағы башҡорт халыҡ драма коллективы режиссеры Шаһиева Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", Баҡалы районындағы "Баҡалыводстрой" йәмғиәте шоферы Алчинов Николай Яковлевичҡа, Сибай ҡалаһындағы "Строймеханизация" йәмғиәтенең штукатур-маляры Байғужина Рәшиҙә Ғаттар ҡыҙына, Балтас районы хакимиәтенең баш архитекторы, бүлек начальнигы Зарипов Рәфил Рәфҡәт улына, 30-сы төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары Мочалов Сергей Леонидовичҡа, 30-сы төҙөлөш идаралығының 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығы проходкалаусыһы Тихонов Александр Юрьевичҡа, Өфө ҡалаһындағы "Башгражданстрой" тресының эштәр башҡарыусыһы Федоров Сергей Евгеньевичҡа, Туймазы ҡалаһындағы 3-сө төҙөлөш фирмаһы маляры Хикмәтуллина Ғәзимә Фирвәз ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе", "Башкиргражданпроект" проект институтының архитектура төркөмө етәксеһе Мирсаяпов Дамир Юрьевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы", "Енер-холдинг" йәмғиәтенең бүлек начальнигы Щекотурова Наталия Николаевнаға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад