Байрам күңелһеҙ бөткән...14.01.2012
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы кафеларҙың береһендә йәштәр күңел асҡан. Үтеп барышлай бер егет күрше өҫтәлдә ултырған иргә яңылыш ҡағылып киткән. Ҡыҙыу ҡанлы уҙаманға етә ҡалған – тик торғандан низағ сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙимге ыҙғыш енәйәт урынына әйләнгән: берәү, бысаҡ сығарып, тирә-йүндәгеләргә һөжүм иткән. Һөҙөмтәлә биш кеше, шул иҫәптән 29, 17 йәшлек ике ҡатын-ҡыҙ төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға эләккән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала "һалҡын ҡорал"дың хужаһын асыҡлаған: ул Мәләүездә йәшәүсе 26 йәшлек ир булып сыҡҡан. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.