Уйламай һөйләгән — ауырымай үлгән...25.03.2014
Күптән түгел Татарстандың Әлмәт драма театры Башҡортостанға гастролгә килгәйне. Беренсе көндө күршеләр драматург Тажи Ғиззәттең "Ҡыйыу ҡыҙҙар" комедияһы буйынса режиссер Илдар Хәйруллин сәхнәләштергән спектаклде ҡуйҙы. Ләкин тамашала башҡорт халҡының кәмһетелеп күрһәтелеүе йәмәғәтселек араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы театрҙың гастролен ваҡытынан алда туҡтатырға мәжбүр булды.

Сетерекле мәсьәләне хәл итеү өсөн Татарстан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирада Әйүпова Өфөгә килде. "Милли тойғоһо кәмһетелгән тамашасы алдында ғәфү үтенеүҙе үҙебеҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ, – тине ул. – Ихлас күңелдән әйтәм: был тамаша менән бер кемде лә рәнйетергә теләмәнек. Беҙгә ҡарата булған тәнҡит һүҙҙәрен ҡабул итәбеҙ һәм уны бөтөрөү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ".
Әлбиттә, тамашалағы был сетерекле күренеш кемдәрҙеңдер уйлап еткермәүе арҡаһында килеп сыҡҡандыр, ләкин уны ике халыҡ араһындағы дуҫлыҡты ҡаҡшатырға маташыу тип баһаларға ҡала.


Роберт Миңнуллин, Татарстандың Дәүләт Советы депутаты, Татарстандың халыҡ шағиры:
— Был, әлбиттә, барыбыҙ өсөн дә мәсхәрә! Башбаштаҡлыҡ. Тотош коллектив, режиссер, актерҙар нимәгә барып еткән! Улар, моғайын, уйламағандыр. Башҡорттарҙың был күренеште шулай һағайып ҡабул итеүе, минеңсә, дөрөҫ. Был бит, ысынлап та, милләтте кәмһетеү. Әгәр беҙгә башҡорттар килеп, татарҙар хаҡында шулай күрһәтһә, беҙ нимә эшләр инек?! Элек бындай хәлдең булғаны юҡ ине.


Вернуться назад