Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова быйыл Волга буйы федераль округы төбәктәрендә дәүләт имтиханын ойоштороу мәсьәләһе буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә республикала БДИ-ға әҙерлек тураһында һөйләне.
Ултырыш Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галина Изопова менән Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов рәйеслегендә видеоконференция рәүешендә үтте. Сарала шулай уҡ Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников, мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашты.
Фекер алышыу барышында сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, былтырғы имтихан йомғаҡтары буйынса асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә айырым иғтибар бирелде. Йәмәғәтселеккә БДИ-ны үткәреү алымы, ҡатнашыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың тәртип боҙған өсөн яуаплылығы тураһында хәбәр итеү зарурлығы билдәләнде.
Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек буйынса эш планға ярашлы башҡарыла. Былтыр БДИ-ла ҡатнашыусылар яғынан 49 тәртип боҙоу, шул иҫәптән һорауҙарҙы Интернетҡа сығарыуҙың — 19, имтихан барышында телефон файҙаланыуҙың 30 осрағы теркәлгән. Ошондай етешһеҙлектәргә юл ҡуйған ойоштороусылар БДИ-ла бүтәнсә ҡатнаштырылмай.
Әле БДИ-ға әҙерлек барышында Мәғариф министрлығы заманса компьютер ҡорамалдары һатып алған, бөтә муниципалитеттарҙа 115 эш урыны йыһазландырылған. Күҙәтеүселәр һанын арттырыу ҡарала, Мәғарифты үҫтереү институтында федераль һәм төбәк эксперттары семинары уҙған. Уларҙың ҡатнашлығында республиканың биш районында 850-нән ашыу уҡыусы математиканан белемен һынаған.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса округ төбәктәре етәкселәренә комиссияларҙың составын яңыртырға, күбәйтергә, былтырғы имтихан барышында бурысына яуапһыҙ ҡараған эксперттарҙы унан сығарырға ҡушылды. Бынан тыш, БДИ тапшырыу өсөн ситтән килгән ХI класс уҡыусыларының миграция мәсьәләһен хәл итеүҙе контролгә алырға, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса саралар ойошторорға тигән күрһәтмә бирелде.