Республикала мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү тармағы нисек үҫешә? Мәғариф учреждениеларында электрон уҡытыуға күсеү мәсьәләһе ниндәй кимәлдә ойошторолған? Педагогтарҙың социаль хәле ҡәнәғәтләнерлекме? Республика Мәғариф министрлығының сираттағы киңәйтелгән ултырышында ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индерелде, яңы бурыстар билдәләнде.
— Илдең социаль-иҡтисади үҫеше, именлеге, халыҡ, милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлеккә ынтылыш — быларҙың барыһы ла һеҙҙең хеҙмәткә бәйле, — тип мөрәжәғәт итте педагогтарға үҙ сығышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов. — Әле Украинала барған хәлдәргә ҡарап, үҙебеҙҙәге рухи ҡиммәттәрҙе нығыраҡ баһаларға, һаҡларға һәм үҫтерергә тейешбеҙ. Рәсәй барлыҡ донъяға халыҡтың берҙәм, тыныс, имен йәшәргә ынтылышын күрһәтте. Был ыңғай өлгө, әлбиттә, ил мәғарифының дөрөҫ эшмәкәрлек алып барыуына бәйле.
Рөстәм Зәки улы республикалағы белем биреү тармағының ҡаҙаныштарын билдәләп, башҡараһы бурыстарға туҡталды, тиҫтәгә яҡын педагогик хеҙмәткәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
(Темаға бәйле тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең йома һанында уҡырһығыҙ).