Берҙәмлек менән көслөбөҙ25.03.2014
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Һуңғы аҙналарҙа Ҡырымға бәйле булған ваҡиғалар бөтә илебеҙҙе берләштерҙе, кешеләрҙә ватансылыҡ тойғоһон бермә-бер арттырҙы тиһәң, һис тә хата түгелдер. Бер нисә көн эсендә генә Рәсәй биләмәһе киңәйҙе, граждандарыбыҙ ҙа күбәйҙе. Дәүләтебеҙ ҡырымдарҙы ауыр хәлдә ҡалдырманы, бөтә донъя бармаҡ янаһа ла, үҙ һүҙен һүҙ итте.

Бөгөн иһә шатлыҡ, ҡыуаныс эйфорияһы тарала. Ҡырымда көндәлек тормош башланды, ауырлыҡтар артҡандан-арта. Бер яҡтан, Украина үсләшә – ярымутрауға күп юлдарҙы быуа. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәлдәр шәптән түгел.
Ошондай мәлдә илебеҙ халҡы тағы ла дәррәү күтәрелде. Башҡортостан да дөйөм эштән ситтә ҡалманы – кисә Өфөнән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Ҡырым халҡына дүрт ҙур йөк машинаһында гуманитар ярҙам оҙатылды. Унда Башҡортостан Хөкүмәтенең резерв фонды иѕәбенә йыйылған аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар бар.
Йөктө оҙатыу бәләкәй генә тантанаға әйләнде. Дуѕлыҡ монументы янында плакат тотҡан йәштәр һәм яуаплы кешеләр йыйылды. Оҙон юлға сыҡҡан автомобилдәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары елберҙәй. Уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре оҙатып барасаҡ. Йөк өс көндә барып етер тип күҙаллана. Был эшкә Башҡортостандың дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков яуаплы. Сараға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, яҙыусы Михаил Чванов, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм журналистар ҙа килгәйне.
Ҡырымға макарон изделиелары, төрлө ярмалар, шәкәр, үѕемлек майы, он, ҡуйыртылған һөт, ит консервалары, дарыуҙар һәм медицина кәрәк-ярағы – барлығы 36 тонна йөк ебәрелде. Әйберҙәр менән бергә ярымутрауға Башҡортостан халҡының хаттары ла китте. “Рәсәй өсөн” Халыҡ фронты” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте республиканың киң мәғлүмәт саралары менән берлектә ойошторған акцияға ярашлы, ике көн эсендә ике йөҙгә яҡын хат йыйылған булған.
Был ярҙам ил кимәленән ҡарағанда артыҡ ҙур ҙа түгел кеүек. Тик эш ундамы ни? Ватандаштарыбыҙға иғтибар, берҙәмлек хисе, рухи ярҙам мөһимерәк.


Вернуться назад