25 һәм 26 март — ошо аҙналағы иң йылы көндәр. “Гидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда көндөҙ 6-8 градусҡа тиклем йылытасаҡ.
Ҡалған көндәрҙә һауа температураһының көндөҙ — плюс 2-4 градус, төндә минус 2 — 5 градус булыуы көтөлә. Шәмбе, йәкшәмбегә ҡарай бер аҙ һалҡынайтасаҡ. 26 марттан башлап ҡайһы бер райондарҙа ямғыр һәм ҡар яуа башлаясаҡ. Киләһе аҙнаның тәүге ике көнөндә яуым-төшөм булыуы көтөлмәй.