Яуаплылыҡ ҡайҙа?14.01.2012
Яңы йыл каникулы тамамланыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр һаман да эш яйына инеп китә алмай, ахыры: был хаҡта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге күрһәткестәре һөйләй.
Юл хәрәкәте инспекторҙары республикала бер тәүлектә 4 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән. Шул иҫәптән алкоголле эсемлек ҡулланғандан һуң автомобилгә идара итеүсе 90 водитель, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған 448 кеше тотолған. 248 автомобилдең техник йәһәттән етешһеҙлеге булыуы асыҡланған, 118 автомобиль тимер юлын үткәндә ҡағиҙәне боҙған. Йәйәүлеләр ҙә ҡалышмай: 200 кешегә административ протокол төҙөлгән.
Юл-транспорт ваҡиғаларына килгәндә, 327 осраҡ теркәлгән, биш кеше төрлө тән йәрәхәте алған.


Вернуться назад