Һуғыштан һуңғы осормо ни...22.03.2014
Һуғыштан һуңғы осормо ни...
Күптәр туберкулез менән элек кенә сирләгәндәр, хәҙер уны йоҡтороу мөмкин түгел тип уйлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1990 йылдан был сир менән яфаланыусылар – 2,58, вафат булғандар һаны 2,47 тапҡырға артҡан. Белгестәр был хәлде хатта Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорға тиңләй. Донъялағы 2 миллиардтан ашыу кеше иһә – Ер шарының өстән бер өлөшө – туберкулез микобактериялары менән зарарланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо кешеләрҙең һәр унынсыһы сирләй.

Һиндостан, Бангладеш, Ҡытай, Бразилия, Мексика, Эфиопия кеүек илдәрҙә туберкулездан күпләп һәләк булалар. Рәсәйҙә иһә йыл һайын 25 мең кешенең ғүмере ошо сир арҡаһында өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда ла хәл маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, 2012 йылда 100 мең кешегә 8,3 мең үлем осрағы тура килгән. Уларҙың 85 процентын ирҙәр тәшкил итә. Бигерәк тә Иглин, Архангел, Белорет райондарында был ауырыу менән сирләүселәр күп.
Йыл һайын холоҡ төҙәтеү колонияларынан сыҡҡан 100-гә яҡын кеше лә республиканың туберкулезға ҡаршы диспансерҙарында иҫәптә тора. Ә бер сирлене дауалау өсөн дәүләт йылына 100 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем аҡса сарыф итә.
Туберкулездың йоғошло һәм ҡурҡыныс ауырыу икәнлеге тураһында тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ. Тын алыу ағзалары аша кешегә күскән был сирҙе магазинда йәки йәмәғәт транспортында эләктерергә мөмкин. Уның бациллалары һыуыҡҡа ла, эҫегә лә, хатта дым менән яҡтыға ла бирешеп бармай. Мәҫәлән, ул урам саңында өс ай буйы һаҡланһа, шунса ваҡыт китаптарҙа «йәшәй». Хәлһеҙлек, тирләү, тән температураһының күтәрелеүе кеүек билдәләрҙе, ғәҙәттә, киҙеү тип һанайҙар. Шуға сәләмәтлегегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ тип өндәшке килә. Иҫкәртеү вакциналары һәм флюорография тикшереүе был сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Ауырыуға ҡаршы көрәшкәнсе, уны булдырмау күпкә хәйерлерәк.


Вернуться назад