Валерий ХИСАМЕТДИНОВ: “Ташҡын хәүефен күҙаллауы ауыр”22.03.2014
Валерий ХИСАМЕТДИНОВ: “Ташҡын хәүефен күҙаллауы ауыр”Ярҙам кәрәк икән, телефондан
112 һанын йыйығыҙ

Ҡотҡарыусы һөнәре универсаль: үҙ эсенә бер нисә ауыр йүнәлеште алған. Уға көн дә кеше ҡайғыһы менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда тап ҡотҡарыусылар беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа. Был һөнәр эйәләренең көндәлек эше, республикалағы ғәҙәттән тыш хәлдәр, яҙғы ташҡынға әҙерлек тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы етәксеһе Валерий ХИСАМЕТДИНОВ менән әңгәмәләштек.

— Былтыр Рәсәйҙең күпселек төбәктәрен һыу баҫты. Халыҡ ҙур зыян күрҙе. Амур өлкәһе һәм Хабаровск крайындағы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу өсөн Башҡортостан ҡотҡарыусылары ла ебәрелде. Уларҙың эше тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле?
— Өфөнән 25 кешене август айында Благовещенск ҡалаһына оҙаттыҡ. Ҡотҡарыусылар һыу ташҡан ерҙән халыҡты эвакуациялау, дамбалар төҙөү һәм нығытыу менән булышты. Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торған саҡта улар төрлө ярҙам күрһәткән: һыу баҫҡан ерҙәге халыҡҡа аҙыҡ-түлек, эсәр һыу менән тәьмин иткәндәр, ауырып киткәндәрҙе дауаханаға оҙатҡандар, ағыҙып алып китеү хәүефе янаған биналарҙы нығытҡандар.
Беҙҙең водолаздарҙың эше лә юғары баһаланды. Уларҙың отряды байтаҡ төбәктәргә сығып, ярҙам күрһәтте. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар тайгала аҙашҡан бәшмәкселәрҙе эҙләү эшенә йәлеп ителде. Айырыуса бер туҡтауһыҙ ямғыр яуғанда дамбаларға йырылыу ҡурҡынысы янаған ерҙә булғандарҙың эшен билдәләп үтер инем. Дөйөм алғанда, барыһы ла ал-ял белмәй, үҙен аямай, ваҡыт менән иҫәпләшмәй кешеләрҙең именлеге һағында торҙо.
Илле көнлөк командировка осоронда беҙҙең ҡотҡарыусылар меңгә яҡын кешене хәүефһеҙ урынға сығарған, шуларҙың 137-һе — балалар.
Валерий ХИСАМЕТДИНОВ: “Ташҡын хәүефен күҙаллауы ауыр”— Ташҡын бәләһе былтыр беҙҙең республиканы ла урап үтмәне: Белорет районының Ғәбдөк ауылындағы, Әбйәлил районындағы хәл-ваҡиғалар күрһәтеүенсә, ҡотҡарыусылар техноген аварияларға ғына түгел, тәбиғәт көйһөҙлөгөнә лә әҙер булырға тейеш.
— Шулай, гел генә абайлыҡ кәрәк. Республикала ғәҙәттән тыш, тәбиғи, техноген, биологик-социологик йүнәлештәге хәлдәрҙе билдәләү һәм күҙәтеү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы тарафынан саралар күрелә, әлеге юҫыҡта мониторинг алып барыу — көндәлек эшебеҙ. Был мәғлүмәттәр даими рәүештә тейешле структураларға һәм ведомстволарға ебәрелә. Әлеге этапта барыһы ла урындағы властарҙың әҙерлегенә һәм тиҙ сара күреү мөмкинлегенә бәйле.
Беҙ ҡулланған ысулдар ярҙамында елдең тиҙлегенә, ямғырҙың күпме яуыуына ҡарап, киләсәкте фаразлап була. Башҡортостанда секундына 20 метр тиҙлек менән иҫкән ел, ҡойма ямғыр һәр районда осрай, тик, статистика күрһәткестәренә ҡарағанда, бындай тәбиғәт шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл төбәктә йылына бер йә ике тапҡыр ғына теркәлә.
— Быйыл ҡар, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күберәк яуҙы. Яҙғы ташҡынға әҙерлек күптән башланғандыр? Ҡотҡарыусылар көтөлмәгән хәлдәргә әҙерме?
— Ҡотҡарыусы эше ауыр хәл тыуғанда һәр ваҡыт әҙер булыуҙан ғибәрәт. Нисек кенә булмаһын, яҙғы ташҡындың көсө — ҡатмарлы тәбиғи күренеш. Уны күҙаллауы ла ауыр, сөнки ҙур майҙанда ҡарҙың, боҙҙоң иреүе теге йәки был йылғаға нисек йоғонто яһарын алдан белеп булмай.
Республикала яҙғы ташҡын мәле һауа температураһы уртаса 0 градусҡа еткәс тә башлана. Башҡортостандың төрлө райондарында йылғаларҙың боҙҙан әрселеү ваҡыты төрлөсә. Йылдар буйы алып барылған күҙәтеүгә таянғанда, республикала ташҡын апрелдең беренсе декадаһында башлана һәм яҡынса 40-45 көн дауам итә. Ғәҙәттә, һыу кимәле майҙың беренсе ун көнлөгөндә иң юғары күрһәткескә етә. Нисек кенә булмаһын, ҡотҡарыусылар ташҡындың иң ажарына әҙер булырға тейеш. Бының өсөн барлыҡ көстәр туплана: 7 мең кеше, 2 меңдән ашыу берәмек техника, 100 берәмек кәмә, катер.
— Быйыл республикала бер нисә тапҡыр иҫкәртеү системаһының һөҙөмтәлелеге тикшерелде. Ул үҙен аҡлаймы?
— Һис шикһеҙ. Сирена ҡысҡыртыуын кеше бер нисә километр алыҫлыҡтан ишетә. Ул генетик кимәлдә хәүеф сигналы тип ҡабул ителә. Ә диктор уҡыған иҫкәртеү ҡолаҡҡа салына һалып бармай. Әлбиттә, заман технологиялары ла беҙгә күп мөмкинлектәр бирә. Мәҫәлән, кеҫә телефонына хәбәр ебәреү ҙә — отошло алымдарҙың береһе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлегә тиклем сиренаны алыштырырлыҡ иҫкәртеү системаһы юҡ тигән фекерҙәмен.
— Һуңғы мәлдә ауылдарҙа ирекмәндәр булдырған янғын һүндереүселәр дружинаһы, водолаздар һәм башҡаһы тураһында йыш һөйләйҙәр. Уларҙың эшмәкәрлеге ҡотҡарыусыларға ҡамасауламаймы?
— Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемләште. Бының ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Мәҫәлән, былтыр августа Салауат районының Шәрип ауылында юғалған ҡыҙҙы табыуҙа ирекмәндәр беҙгә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәтте. Өфө районының Булгаков ауылында ғәйеп булған баланы ла бергәләп эҙләнек. Бәхеткә күрә, балалар имен-һау.
Колхоз-совхоздар тарҡалыу менән янғын һүндереү машиналарына бәйле мәсьәлә хәүеф тыуҙырҙы. Ваҡыт иҫәпле саҡта машинаның район үҙәгенән килеп еткәнен көтөүҙең мәғәнәһе юҡ, шуға ауылдарҙа янғын һүндереү дружиналары булдырыу — көнүҙәк мәсьәлә. Әлегә республикала бындай 1916 төркөм иҫәпләнә. Улар 15 мең кешене берләштерә. Был хәрәкәт урман янғындарына ҡаршы көрәш мәлендә лә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө.
— Министрлыҡтың "ышаныс телефоны" тураһында ла бер аҙ һөйләп китһәгеҙ ине?
— Әлеге телефон һандары һәр кемдә булырға тейеш. Шылтыратып, ойошмаларҙа, торлаҡ биналарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары хаҡында белдерергә, шулай уҡ вазифалы кешеләрҙең эш урынын шәхси мәнфәғәттә файҙаланыуына ялыу ебәрергә була. Бында килгән һәр мәғлүмәт тикшерелә һәм теркәлә. 30 көн эсендә яҙма яуап бирелә. "Ышаныс телефоны"на шылтыратҡан кеше исем-шәрифен, почта адресын, телефонын хәбәр итергә, мөрәжәғәт сәбәбен аныҡ аңлатырға тейеш. Аноним шылтыратыу буйынса тикшереү үткәрелмәй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығындағы "ышаныс телефоны" — 8 (347) 233-99-99; министрлыҡтың Волга буйы федераль округы үҙәгендәге "ышаныс телефоны" — 8-800-100-11-20; федераль номер — 8 (495) 449-99-99. Мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. Бынан тыш, ярҙам кәрәк булғанда телефондан 112 һанын да йыйырға була.


Иван ПИНЯЩУК, Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаѕары, ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе:
– Ташҡынға әҙерлек тейешенсә бара, бар эштәр ҙә башҡарыла. Боҙҙо ҡарайтыу, бысыу үткәрелә. Райондағы бөтә йылғаларҙы ла тикшереп сыҡтыҡ. Һөҙөмтә һәйбәт: боҙ бар урында ла тиерлек йоҡа, йылғалар яйлап ҡына әрселә башлаған. Шартлатырға тура килмәѕ тип ышанабыҙ. Шулай ҙа, әгәр кәрәк булһа, быға ла әҙербеҙ. Ташҡынға әҙерлек буйынса кәңәшмә уҙҙы, унда яуаплы кешеләр һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда, беҙ матди яҡтан да, техник йәһәтенән дә әҙербеҙ.

Зариф ХӘМЗИН, Әбйәлил районы хакимиәтенең гражданлыҡ оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес:
– Былтырғы хәлебеҙҙе республика яҡшы белә, ташҡындан ҙур зыян күрҙек. Тик ул йәйге ямғыр сәбәпле килеп сыҡты. Ә яҙғыһына килгәндә, әҙерлек планға ярашлы бара. Кәңәшмәләр үткәрелде, комиссия составы раѕланды, яуаплы кешеләр билдәләнде. Быйыл ҡыш беҙҙә сағыштырмаса аҙ ҡарлы булды, шуға күрә артыҡ ҙур ташҡын көтөлмәй. Тик яҙ ҡапыл килһә, былтыр августағы ташҡын сәбәпле дым менән туйынған ер бөтә һыуҙы һеңдерә алмаясаҡ. Быға ла әҙербеҙ, халыҡты эвакуациялау планы бар. Шулай ҙа беҙҙең төбәктә әле ҡыш хакимлыҡ итә, белгестәр әйтеүенсә, яҙ яйлап киләсәк. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ.


Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад