Боҙолған балыҡ кире ҡайтарылған14.01.2012
Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы 19,8 тонна туңдырылған сельдь балығын тәьминәтселәргә кире ҡайтарырға тигән ҡарар сығарған.
Баҡһаң, Удмуртияның "Айс Вита" һыуытҡыс комбинаты Башҡортостанға һаҡлау срогы үткән һәм ветеринар документтары булмаған балыҡ оҙатҡан, ул "Шишмә һыуытҡыс комбинаты" йәмғиәтенә тәғәйенләнгән. Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре был факт буйынса тикшереү үткәргән, яраҡһыҙ балыҡ Башҡортостан ҡулланыусыларына барып етмәйәсәк.


Вернуться назад