Һис һүҙһеҙ, Башҡортостан Президентының адреслы социаль түләүҙәрҙе алдағы ярты йыллыҡта ла дауам итеү тураһындағы ҡарары — бик кәрәкле аҙым. Был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында хаҡ артыуҙың эҙемтәһен ябай халыҡ еңелерәк кисерһен өсөн эшләнә. Ләкин ярҙамдың адреслы булыуы ябай халыҡтың иң мохтаж төркөмө — ауырып түшәктә ятҡан, аяҡтары һыҙлап тышҡа сыға алмай ултырған әбей-бабайҙар — өсөн компенсация юллауға кәртә булып тора.
Адреслы социаль түләү юллау өсөн күп документ кәрәкмәй, әммә халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре ғариза яҙыу өсөн дәғүә итеүсенең үҙе килеүен талап итә. Унан алда берәй банкка барып, сиратта тороп, килешеү төҙөргә, иҫәп асырға ла тейеш әле ул. Ауырыу кеше быны нисек эшләһен? Ә ундайҙар беҙҙә күп, бик күп.
Беҙ ҡатыным менән ауылдаш инәйгә компенсация юлларға ярҙам итергә булдыҡ. Ғаризаһын яҙҙырып, ҡул ҡуйҙырып, документтарын алып барҙыҡ. Аҡсаны күсереү мәсьәләһенә килеп терәлгәс, эш тә туҡтаны: беҙҙең иҫәпкә күсерергә закон ҡушмай, нотариус аша ышаныс ҡағыҙы юллар инең, ул шул тиклем ҡиммәт, хатта компенсация юллауҙың мәғәнәһе лә ҡалмай.
— Ни эшләргә һуң? Әбей компенсацияһыҙ ҡаламы инде? — тип һорайбыҙ яуаплы хеҙмәткәрҙән.
— Ҡала инде...
Шулай ҙа изге ғәмәлде кешесә башҡарырлыҡ юл юҡмы икән ни? Теләгән — әмәлен, теләмәгән сәбәбен эҙләр тигәндәй, шундай ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы хәлгә юлыҡтыҡ беҙ.