Ҡарҙар ирей, һыу таша22.03.2014
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы һаҡланған һыу зоналарында, Өфө һәм Ағиҙел йылғалары ярында хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барған предприятиеларҙы ташҡынға әҙерлек йәһәтенән тикшереү эшен башланы.

Сара баш ҡаланың район хакимиәттәре вәкилдәрен йәлеп итеп, Башҡортостан район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарыла.
— Һыу баҫыуы ихтимал булған урындар экологтарҙың иғтибар үҙәгендә тотола, — тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Тәүге һөҙөмтәләр билдәле. Мәҫәлән, “Урал-Контракт”, “Урал-Мебель плюс”, “Метагра”, “Аристо-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре үҙ биләмәһенән сүп-сарҙы, бысраҡ ҡарҙы ваҡытында сығармаған. “СУРСИС” предприятиеһы Ағиҙел йылғаһын нефть ҡалдыҡтары менән бысрата. Асыҡланған тәртипһеҙлектәр буйынса административ эш ҡуҙғатылды.


Вернуться назад