Юлдарҙағы “һуғыш” дауам итә. Яҙ етеү менән “яу яланы”ндағы хәлдәр тағы ла ҡурҡынысыраҡ төѕ алды, емерек юл япмалары ла мәшәҡәт өѕтәй. Кесе йомала яңы ҡорбандар тураһында хәбәр еткерҙеләр. Белорет – Инйәр – Өфө трассаһының Архангел районы биләмәһендә булған фажиғә республика халҡын тетрәндерҙе.
Баймаҡтан Өфөгә китеп барған “Фольксваген” микроавтобусы ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм “Мерседес” йөк машинаһына бәрелә. Һөҙөмтә йөрәктәрҙе өшөтә: ете пассажир шунда уҡ һәләк була, водитель ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Фажиғә урынына шунда уҡ оператив төркөм, МЧС хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, “Ашығыс ярҙам” табиптары килә. Йөк машинаһы водителе авария ваҡытында спиртлы эсемлек ҡулланмаған, уның стажы – 30 йыл.
– Өфөнән Белоретҡа китеп бара инем. Алдымда 10-15 метр алыѕлыҡта ҡапыл микроавтобус хасил булды ла күҙ асып йомған арала килеп бәрелде... Йыраҡтан ул тыныс ҡына килгән һымаҡ ине, тик ни сәбәптәндер минең алға килеп сыҡты. Мин үҙ һыҙатымдан барҙым, йәрәхәтем юҡ, – ти водитель Анатолий Касьянов.
Авария ҡорбандарының алтауһы – ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың береһе ҡыҙының йома көндә булырға тейеш туйына юлланған. Йәш ғаилә пары, ике бәләкәй бала әсәһе бар. Исемлек түбәндәгесә: Зөмәрә Йәһүҙина (1950 йылғы), Лилиә Йосопова (1966 йылғы), Юлиә Ишморатова (1975 йылғы), Альбина (1996 йылғы) менән Азат Ишмаевтар (1983 йылғы), Анна Польшина (1983 йылғы), Светлана Алексеева (1993 йылғы). Һәләк булғандарҙың күпселеге — Баймаҡ районы кешеләре, берәүһе – Өфөнөкө.
1985 йылғы микроавтобус водителе әле дауаханала, уның хәле уртаса ауырлыҡта, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Ауыр фажиғә айҡанлы Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ике көнлөк матәм иғлан ителгән. Кисә Темәстә Башҡортостан автономияһының 95 йыллығына арналған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә ултырышы бер минут тынлыҡ менән башланып китте. Беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә ғаилә ағзаларын, яҡындарын юғалтҡандарҙың ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләй.
Рауил БАЙБУРИН, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы: – Сәбәбен аныҡ ҡына бер кем дә белмәй. Бер водитель әйтеүенсә, бер нәмә лә аңлап өлгөрмәгәндәр, барыһы ла тиҙ килеп сыҡҡан. Һауа торошо һәйбәт тора, юл да яҡшы күренә, сикләүсе билдәләр юҡ. Кеше ҡорбандарына килтергән авариялар был урында бығаса теркәлмәгәйне.
Рим ҒИЛӘЖЕТДИНОВ, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаѕары: – “Фольксваген Каравелла” микроавтобусы водителенең пассажир ташыуҙы ойоштороу өсөн рөхсәте булмаған. Автомобиль күп кешене йөрөтөүгә тәғәйенләнмәгән, ул еңел машина категорияһына ҡарай. Ҡала-ара пассажирҙарҙы ташыусылар исемлегендә лә юҡ. Әлеге ваҡытта авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара, техник экспертиза үткәрелә. Тәфтиш эше барған саҡта ниндәйҙер һығымта яһау иртәрәк. Шуныһы билдәле: фажиғәлә юл шарттары ғәйепле түгел.