Рөстәм Хәмитов: “Беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ”25.03.2014
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов 20 мартта Архангел районындағы юл фажиғәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләре, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

“Хөрмәтле ватандаштар! Архангел районындағы ауыр фажиғә ете кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Бөтә республика исеменән уларҙың туғандары һәм яҡындарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ. Ошондай ауыр мәлдә республика һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ярҙам күрһәтер. Көслө һәм сабыр булып ҡалығыҙ”, — тиелә республика башлығының мөрәжәғәтендә.


Вернуться назад