Ветерандарға хөрмәт йөҙөнән22.03.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “2014 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында”ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, республикалағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотлау ойошторола, 7 майҙа Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты, ветерандарҙы ҡабул итеү тантанаһы, 9 майҙа баш ҡаланың Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу була.
Муниципаль берәмек хакимиәттәренә Башҡортостан Хәрби комиссариатының район, ҡала бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләре ярҙамы менән һәйкәлдәргә, обелисктарға сәскә һалыуҙы ойоштороу, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, күмәк мәҙәни саралар үткәреү, фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен, яугирҙәрҙең тол ҡатындарын тәбрикләү бурысы йөкмәтелә.


Вернуться назад