Дефицит22.03.2014
Булған хәл
Көн һайын эшкә автобуста йөрөйөм. Ғәҙәттәгесә, «ГАЗель»гә бер үк кешеләр йыйылабыҙ. Кемдер – уҡыуға, кемдер хеҙмәт урынына ашыға. Исем-шәрифебеҙҙе белеп бөтмәһәк тә, бер-беребеҙҙе таныйбыҙ былай. Иртән күптәребеҙ йоҡомһорап барһа, кискә ҡарай йәнле һөйләшеү күбәйгәндән-күбәйә. Хатта бер көндө ҡыҙыҡлы хәлдең шаһиты булдыҡ.
Төҫкә-башҡа арыу ғына егет үҙе менән хәбәр һатҡан ҡатынға буйҙаҡ икәнлеген белдерҙе. Тегенеһе лә аптырап торманы, ҡайҙа уҡыуы, эшләүе һәм йәшәүе хаҡында һорашты ла кейәүгә сыҡмаған бына тигән таныш ҡыҙы барлығын әйтеп һалды. Эргәмдәге бер күркәм ханым Баймаҡ яғында йәшәүсе сибәр һеңлеһе тураһында өндәшә генә башлағайны, уны күршеһе бүлдерҙе. «Ишембай районы һылыуҙарына еткәне юҡ! Әйҙә, үҙем һине уларҙың береһе менән таныштырам!» – тимәһенме. Ә балаһы менән автобуста барған ҡатын егеткә Мәсетле яғынан яңғыҙ гүзәл затты димләй башланы...
Аҙ ғына ваҡыт эсендә егеткә бер түгел, дүрт кәләш тәҡдим иттеләр. Һайлап ҡына ал! Ә беҙ, пассажирҙар, был хәлдең нисек тамамланырын тыныс ҡына күҙәтәбеҙ. Көтмәгәндә Шайморат исемле юлдашыбыҙ, мут ҡына йылмайып, яңғыҙ түгеллеге, ә өс балаға атай булыуы, бына тигән ҡатыны барлығы хаҡында әйтеп һалмаһынмы?! Кәләш тәҡдим итеүселәрҙең ҡайһыһылыр: «Шулай шаярталармы инде?» – тип үпкәләне. Икенсеһе «был иҫәр менән һөйләшкәнсе» тигән кеүек башын икенсе яҡҡа борҙо... Һөҙөмтәлә шау-гөр килгән автобусыбыҙ тынлыҡҡа сумды. Янғын һүндереүсе булып эшләгән ир-уҙаман кәләш димләгән ҡатындарҙың уй-теләген бер нисә һүҙе менән «һүндерҙе» лә ҡуйҙы. Автобустың икенсе осонан ғына берәү: «Был егет шаярталыр тип уйлағайным да. Статистиканы белмәйһегеҙме ни?! Хәҙер егеттәр дефицит бит!» – тине.