Йәште һорап тормай...22.03.2014
Кемдер: «Ғашиҡ булғаным юҡ», – тиһә, һис кем ышанмаҫ, моғайын. Был хис-тойғоно татып ҡарамаған кеше юҡтыр донъяла. Кемдер күңел янсығында беренсе мөхәббәте тураһындағы йылы хәтирәне хатта ғүмер буйы йөрөтә. Ә ғашиҡ булыу кешегә нисек тәьҫир итә? Ошондай һорау менән беҙ табиптарға мөрәжәғәт иттек.


Йәште һорап тормай... Флүрә ХӘЛИТОВА, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының үҫмерҙәр үҙәге психологы:
– Ғашиҡ булған кешегә бер ниндәй ҙә сик юҡ. Ул эргә-тирәһендәге кире күренештәрҙе күрмәй. Бөтә нәмәгә тик яҡшы яҡтан ғына баһа бирә һәм үҙенең ошондай ыңғай уй-кисерештәрен башҡаларға ла бүләк иткеһе килә. Ә яңғыҙлыҡ – ул фажиғә. Ҡайһы берәүҙәр уны үҙҙәре һайлай. Әммә һуңғараҡ улар яңылышҡанлығын аңлай.
Мөхәббәт йәшкә ҡарамай. Ололарҙың ғишыҡ тотоуы ла һис яҙыҡ түгел. Әммә һәр нәмәнең үҙ ваҡытында булыуы хәйерле икәнлеген оноторға ярамай. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәүгә бер ни етмәй! Һәр кем бәхете өсөн тәүге аҙымды яһауҙан ҡурҡмаһын. Тормошто, йәшәүҙе яратҡан кешене күҙҙәренә ҡарап та танып була. Ундайҙарҙың ҡарашы йылы, яғымлы.

Йәште һорап тормай...Динара ЗӘЙНУЛЛИНА, Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһы кардиологы:
– Әгәр кеше ғашиҡ йәки уны өҙөлөп яраталар икән, ул төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сирлеләр мөхәббәт утында янһа, тиҙерәк һауыға. Ғөмүмән, һөйөп-һөйөлөп йәшәгәндәр сырхамай, сөнки уларҙың организмында шатлыҡ гормондары күберәк була. Был осорҙа кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, йөрәк тибеше йышая, һәм былар бөтәһе лә сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, иммунитет нығына. Шуға күрә тормошта осрап торған йәмһеҙ күренештәр йөрәккә кире тәьҫир итә алмай. Әйҙә, бөтә кеше ғишыҡ утында янһын! Ыңғай уй-кисерештәр йышыраҡ булғанда йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы һәм гормондар системаһы араһында бәйләнеш тә нығына. Насар уй-тойғолар иһә кешелә адреналиндың күбәйеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙары тарая, йөрәк эшмәкәрлеге ҡаҡшай, ҡан баҫымы күтәрелә. Ә был, белеүегеҙсә, яҡшыға алып бармай.


Вернуться назад