Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгел22.03.2014
«Әҙәм балаһы иң яман сирҙән дә дарыу уйлап тапҡан, ә бына мөхәббәттән – юҡ. Кәрәге лә юҡ. Мөхәббәт булмаһа, был донъяла йәшәүҙең ҡыҙығы бөтөнләй ҡалмаҫ ине. Нимә генә һөйләмәһендәр, кешене илатҡан да, йырлатҡан да, һыҙлатҡан да, йыуатҡан да әлеге лә баяғы мөхәббәт!..» тип яҙып ҡалдырған яҙыусыбыҙ Динис Исламов. Ошо уңайҙан ғаиләләргә – йәш парҙарға «Нисек таныштығыҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.


Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгелГөлнара менән Илсур ҠАҘАҠБАЕВТАР, Өфө ҡалаһы (Илсур һөйләй):
– Кәләшем Гөлнара менән 2002 йылдың август аҙағында, Мәскәү ҡалаһындағы М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына (институтына) уҡырға китеп барғанда, Өфө – Мәскәү поезында таныштыҡ. Аҙаҡ белем алғанда бер-беребеҙ менән ныҡлап аралаша башланыҡ. Училищела беҙҙе, студенттарҙы, парҙарға бүләләр ине. Шулай итеп, сәхнә хәрәкәттәре, бейеүҙәре, телмәре кеүек практик дәрестәргә Гөлнара менән бергә йөрөнөк. I курста бер-беребеҙгә ҡарата хистәр уянды ла осраша башланыҡ. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, IV курсҡа тиклем, бер-беребеҙҙе күрмәмешкә һалышып маташтыҡ та тағы дуҫлашып киттек. V курс аҙағында, 2007 йылдың 27 апрелендә, никах уҡыттыҡ. Ошо йылда юллама буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлау бәхете тейҙе. 17 ноябрҙә, «Мулла» спектакле премьераһының икенсе көнөндә, туйыбыҙҙы үткәрҙек. Хәҙер ғаиләбеҙҙе йәмләп ҡыҙыбыҙ Фатима, улыбыҙ Буранбай үҫә.



Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгелЛилиә менән Илдар ХӘСӘНОВТАР, Мишкә районы (Лилиә һөйләй):
– Үҙем Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуып үҫтем. 2006 йылда, Бөрө педагогия колледжын тамамлағас, юллама буйынса Мишкә районының Кесе Нәкәрәк ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башланым. Бер йылдан Мишкә район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист итеп саҡырҙылар. Тап ошо йылда 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы Венера Мортазина менән ныҡлап аралаша башланыҡ. Ул мине үҙҙәренең туйында шаһит булған егет менән таныштырырға теләүе хаҡында әйтте. Ҡаршы килмәнем. Шулай итеп, әхирәтем район дауаханаһында рентген-лаборант булып эшләгән Илдар менән дуҫлаштырыу маҡсатында беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беренсе осрашыуға, телефоным эштә ҡалғанлыҡтан, ваҡытында килеп өлгөрмәнем. Икенсеһендә лә ниндәйҙер сәбәп арҡаһында осрашып булманы. Ниһайәт, өсөнсө тапҡыр саҡырғандарында ғына күрешеп таныша алдыҡ һәм 2009 йылда өйләнештек. Бер йылдан улыбыҙ Айнур донъяға килде.




Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгел Яҙгөл менән Шамил МӘХМҮТОВТАР, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы (Яҙгөл һөйләй):
– Уҡытыусылар көнөндә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған егет Беренсе Этҡол урта мәктәбенә практикаға килде. Үҙем дә бында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй инем. Буласаҡ иптәшем менән шулай таныштыҡ. Артабан ул, институтты тамамлағас, Баймаҡ районының Бикеш урта мәктәбендә эшләй башланы, һуңғараҡ Беренсе Этҡол урта мәктәбенә күсте. 26 мартта ғаилә ҡороуыбыҙға 16 йыл тула. Хәҙер балаларыбыҙ Ләйлә менән Йәмилгә ҡарап һоҡланып бөтә алмайым.




Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгелЛәйсән менән Салауат АБДРАФИҠОВТАР, Өфө районының Шамонин ауылы (Ләйсән һөйләй):
– Кеше ғүмер баҡый мөхәббәтен эҙләй. Ҡайһы берәүҙәр уның эргәлә икәнлеген хатта һиҙмәй ҙә. Беҙ ҙә икенсе яртыбыҙҙы әллә ҡайҙан эҙләгәнбеҙ. Ә ул яҡында ғына булған! Бала саҡта йәйге каникулда Мәләүез районының Шәрип ауылында йәшәүсе өләсәй-олатайҙарыбыҙға ҡунаҡҡа бара инек. Шунда Салауат менән бергә уйнап үҫтек (Ләйсән – үҙе Күмертау ҡалаһынан, Салауат – Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһынан. – А.Н.). Ун ике йәш тулғанда бергә уйнаған малайҙы оҡшатыуымды аңланым. Йәйҙең эҫе көнөндә: «Их, миңә бер тапҡыр ғына булһа ла күҙ һирпһә ине», – тип ҡояшҡа ҡарап һорағаным әле һаман хәтерҙә. Теләгем ун йыл үткәс кенә ҡабул булды. Мин – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын, Салауат Өфө энергетика колледжын тамамлағас, баш ҡалабыҙҙа эш башланыҡ. Бер заман телефоныма «Сәләм! Мин һине беләм. Мәктәптә эшләп йөрөйһөң икән» тигән смс-хәбәр килде. Шылтыратам, берәү ҙә алмай, үҙе смс-хәбәрҙәргә генә яуап бирә. Бер нисә көн дауам итте был хәл. Башта ҡыҙыҡ кеүек ине, аҙаҡ аптырай, хатта ҡурҡа башланым. Әхирәтемдең телефонынан: «Башҡа яҙма!» – тип ҡаты ғына өндәштем дә трубканы һалдым. Күп тә үтмәй «Был мин – бергә уйнап үҫкән дуҫың Салауат» тигән смс-хәбәр килде. Ошо ваҡыттан һуң осраша башланыҡ, аҙаҡ ғаилә ҡорҙоҡ. Әле мөхәббәтебеҙ емештәре ҡыҙыбыҙ Алтынай менән улыбыҙ Батырханды үҫтерәбеҙ.



Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгелРоза менән Айрат ХӨСНУЛЛИНДАР, Нефтекама ҡалаһы (Роза һөйләй):
– Ул саҡта Салауат педагогия училищеһында уҡытып йөрөй инем. Ҡалалағы драма театрында Милиция көнөн билдәләгәндә мин дә сығыш яһаным. Хәҙер инде ниндәй йырҙы башҡарғанымды ла хәтерләмәйем. Әммә ул көндәге башҡа ваҡиғалар күңелемдә уйылып ҡалған. Концертҡа ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә күп килгәйне. Мин Илнур исемле танышым менән һөйләшеп ултырғанда үзбәк булып кейенгән берәүҙең эргәбеҙҙә уралыуына иғтибар иттем. Беҙ унан: «Ҡарбуз һатаһыңмы әллә?» – тип көлдөк. Илнурҙың китеүе булды, был «үзбәк» эргәмә килеп тә ултырҙы. «Учалынан Айрат булам», – тип үҙе менән таныштырҙы. Күп тә үтмәй, концерт бөттө. Өйгә ҡайттым да бергә йәшәгән әхирәтем Гөлнараға бер егеткә ғашиҡ булыуым, әммә уның телефон номерын алмауыма үкенеүемде әйттем. Әхирәтем аптырап торманы: икенсе көндә үк уны алып ҡайтып бирҙе. Танышҡандан һуң дүрт ай үткәс, Айрат менән өйләнештек. Шуға күрә ҡасандыр беҙгә үҙ яртыбыҙҙы табырға ярҙам иткән Гөлнара Ғималоваға рәхмәтлебеҙ. Хәҙер ғаиләбеҙҙә Азамат исемле улыбыҙ үҫә.


Вернуться назад