Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?22.03.2014
Ирек Ғәлин һүҙҙәре Нурия Абдуллина көйө
Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған,
Бәхеттәргә һөйөү уралған.
Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт
Толом-толом итеп уралған.
Ҡушымта:
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына ҡаратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр?
Бәхетлеләр йөрөй парланып,
Һөйөү урманына алданып.
Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп,
Килер тип һөйөү алланып.
Ҡушымта.
Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс,
Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс.
Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда
Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
Ҡушымта.