Матур үтһен ялығыҙ22.03.2014
Матур үтһен ялығыҙКүптән түгел статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалдым. Илдә туйҙарға ҡарағанда айырылышыуҙар, ир-егеткә ҡарағанда – ҡатын-ҡыҙ, тыуымға ҡарағанда үлем күберәк икән. Донъяла күп бала бағырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә, улар фекеренсә, бөтә нәмә аҡсаға барып төртөлә. Ҡайһы бер ғаиләләргә ҡыҙын йәки улын аяҡҡа баҫтырыу өсөн эш хаҡы, пособие, әсәлек капиталы етешмәй. Бәғзеләр «һауанан килеп төшөр миллион»ды көтә...
Шулай итеп, ғаиләне борсоған проблемалар тураһында йыш яҙабыҙ, ә бәхетле парҙар хаҡында һирәгерәк иҫкә төшөрәбеҙ. Был аңлашыла ла. Һыҙланыуҙар үҙе хаҡында даими иҫкәртеп торһа, һөйөнөс кисергәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Әйҙәгеҙ әле, бөгөн изге хис – һөйөү – тураһында һөйләшәйек һәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән матур ғаиләләргә һүҙ бирәйек.


Вернуться назад