Үҙаллылыҡҡа табан юл21.03.2014
Үҙаллылыҡҡа табан юл
Республикабыҙ мөһим тарихи ваҡиғаның юбилейын билдәләй. Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуына 95 йыл тулды. 1919 йылдың 23 мартында Килешеүҙең тексы “Известия ВЦИК” гәзитендә баҫылып сыҡҡан. Был көн автономиялы республикабыҙҙың тыуған көнө тип билдәләнгән.

Башҡорт автономияһының тамырҙары быуаттар төпкөлөнә китә. Халҡыбыҙ монголдарға ҡаршы ҡаты һуғыш осоронда ла үҙенең милли-этник биләмәһен һаҡлап ҡала, Алтын Урҙала билдәле бер үҙаллылыҡҡа эйә булып, еренә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтмай. Урыҫ дәүләте составына ул 30 миллион дисәтинәнән ашыу ере менән инә. Бында ла аҫабалыҡ һаҡлана. Батша башҡорттарҙың эске идаралығына ҡыҫылмаҫҡа, мосолман динен сикләмәҫкә вәғәҙә итә. Һәр башҡорт ырыуына батшанан хоҡуҡ грамотаһы тапшырыла. Һуңыраҡ үҙҙәренең азатлығын һәм ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында башҡорттар тап ошо документтарға һылтана.
ХVII – XVIII быуаттар тарихҡа башҡорт халҡының ихтилалға күтәрелеп, үҙ хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау дәүере булараҡ ингән. ХIХ быуатта иһә башҡорттар ихтилалға күтәрелмәй. Батша сығарған ҡанундар ҡаҙна, завод хужалары һәм ер биләүселәр файҙаһына аҫаба ерҙәрҙе күпләп тартып алыуға булышлыҡ итә. Был, әлбиттә, башҡорттарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
ХХ быуат башында, айырыуса 1905—1907 йылдарҙа, зыялыларыбыҙ милли автономия тураһында һөйләй башлай. Был мәсьәлә тәүге тапҡыр 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолман съезында күтәрелә. Артабан ул июнь аҙағында Ырымбурҙағы кәңәшмәләрҙә, унан һуң 1917 йылдың июль аҙағында һәм авгусында Ырымбурҙа һәм Өфөлә ойошторолған I һәм II башҡорт съездарында ентеклерәк ҡарала.
Октябрь революцияһынан һуң Башҡорт өлкә шураһы Өфөнән Ырымбурға күсә. 1917 йылдың 15 ноябрендә (яңы календарь буйынса 29 ноябрҙә) ул Башҡортостанды автономиялы республика тип рәсми иғлан итә. Тормошҡа ашҡан үҙаллылыҡ һәм азатлыҡ идеяһы халҡыбыҙҙы рухи бейеклеккә күтәрә. Башҡортостандан һуң Ҡырым, артабан Төркөстан, бер аҙ ваҡыттан Азербайжан үҙаллы республикалар тип иғлан ителә.
1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы уҙғарыла. Ул Башҡорт автономияһын раҫлай һәм хөкүмәт төҙөй. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында Граждандар һуғышында Башҡорт Хөкүмәте алтын урталыҡты һаҡлап ҡала алмай. Ул осорҙа аҡ чехтар һәм гвардеецтар ҡулында булған Силәбелә башҡорт милли армияһын ойошторорға ҡарар ителә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 7 мең кешенән торған башҡорт корпусы туплана. Граждандар һуғышында аҡтар һәм ҡыҙылдар лагерҙары менән Башҡорт Хөкүмәте араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлағанда ҡораллы көс ҙур әһәмиәткә эйә була.
1919 йылдың 18 февралендә хәҙерге Баймаҡ районының Темәс ауылы янында Башҡорт Хөкүмәте Совет власы яғына сығыу тураһында белдерә. Башҡорт автономияһын ойоштороу тураһындағы һөйләшеүҙәр Мәскәүҙә Килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамлана.
Был документ тәүге республика Конституцияһының нигеҙен тәшкил итә. Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы — РСФСР составына ингән федератив өлөш, тип билдәләнә унда. Автономия ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙән һуң иғлан ителә, шуға күрә договор һыҙаттарына эйә.
1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүе, 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге тарафынан Федератив договорға, уға республика тарафынан индерелгән Ҡушымтаға ҡул ҡуйылыуы тарихи мөнәсәбәттәрҙе тағы нығытты. 1993 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итеү ҙә үҙаллылығыбыҙҙың юғары кимәлен билдәләне.
2000 йылдан алып федераль органдар, федераль суд инстанциялары Башҡортостандың Конституцияһын, башҡа ҡануниәтен үҙгәртеүҙе ныҡышмалы талап итә. Һөҙөмтәлә улар Башҡортостан суверенитетының сәйәси нигеҙҙәрен юҡ итеүгә өлгәште. Власть вертикален нығытыу осоронда төрлө унитаристар баш ҡалҡытты. Рәсәйҙең федератив ҡоролошо етди һынауға дусар ителде. Милли республикаларҙағы йәмәғәт ойошмалары һәм партиялар идеологик көрсөк кисерә.
Тәүге етди иҡтисади көрсөк тә был йүнәлештең ни тиклем хәүефле булыуын асыҡ күрһәтте. Заманға яраҡлашырға һәләтһеҙ, саманан тыш үҙәкләштерелгән унитар дәүләттең, һынауҙы үтә алмайынса, ХХ быуаттың 90-сы йылдары башындағыса СССР-ҙың яҙмышын ҡабатлауы ихтимал.
Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ,
тарих фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.


Вернуться назад