Сәскәгә һөйөү, ихтирам хистәре ҡушыла21.03.2014
— Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә кешеләргә, айырыуса ҡатын-ҡыҙға, сәскә бүләк итеү йолаһы киң таралған. Был Ислам ҡанундары буйынса дөрөҫмө? Шул уҡ ваҡытта, Нурмөхәмәт хәҙрәт, урманда, аҡланда үҫкән сәскәне бүләк итергә ярамайҙыр — тәбиғәт көндән-көн кешеләрҙең һаҡсыл ҡарашына мохтаж була бара бит.
Ирек ҒӘЛИЕВ.

Өфө районы.

Сәскәгә һөйөү, ихтирам хистәре ҡушыла
Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам — тормош дине һәм, әл-хәмдү лил-ләһ, унда әҙәм балалары араһындағы ихтирамлы мөнәсәбәткә, бер-береңдең күңелен күреүгә, кәмселектәрен үткәрә белеүгә, рухландырыуға, дәртләндереүгә, йәшәүгә көс биреүгә, һөйөүеңде күрһәтеүгә, матурлыҡҡа ынтылыуға һәм башҡа күркәм сифаттарға ҙур урын бүленгән. Ошо уңайҙан аралағы яҡынлыҡты, йылылыҡты һаҡлау, хөрмәтеңде, мөхәббәтеңде белдереү өсөн сәскә бүләк итеүгә лә динебеҙ ҡаршы түгел. Бындай иғтибарҙан ҡатын-ҡыҙҙың нисек балҡып киткәнен күреү үҙе үк ҙур шатлыҡ, бәхет бит! Гүзәл заттың йөҙөнә нур өҫтәү, күңеленә дәрт, ышаныс, һөйөү һалыу Исламда юғары баһалана.
Ирек ҡәрҙәштең икенсе һорауы, борсолоуы ла урынһыҙ түгел. Әйтәйек, элек, мин йәш саҡта, тәбиғәтебеҙ шул ҡәҙәр бай ине.
... Беҙ бергә инек,
Ҡалпаҡтар үрҙек
Шул аҡ сәскәнән...
— тип йырлап, үҫемлектәр донъяһының муллығына, хозурлығына һоҡланып, сәскәләрҙән таждар үреп, бүләк итеп йөрөүҙәр күңелдә матур хәтирә булып ҡалған. Хәҙер иһә, беләһегеҙ, тәбиғәтебеҙҙең байлығы менән улай уҡ ғорурланып булмай. Байтаҡ үҫемлек, шул иҫәптән күп төр сәскә, "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелде. Тимәк, уларға һоҡланырға ғына ҡала. Тәбиғәтебеҙҙең ҡотон һаҡлайыҡ, Аллаһ Тәғәләнең илаһи үҫемлеге булған сәскәләр күҙҙе ҡыуандырып, күңелде хушландырып үҫһен, һәр кемде илһамландырһын, рухландырһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ә инде бүләк биреүгә килгәндә, бының өсөн махсус ҡарап үҫтерелгән гөлләмәләрҙе һайлайыҡ.
Әйтеп үткәнемсә, ғөмүмән, Исламда бер-береңә иғтибар, ихтирам күрһәтеү ҙур урынға ҡуйылған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Бүләктәр бирешегеҙ — арағыҙҙа дуҫлыҡ, һөйөү, ихтирам артыр", — тигән. Бында ябай итеп түгел, бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым ҡулланып өндәшкән ул. "Ҡөрьән"дең "Нәмл" сүрәһендә бүләк биреү хаҡында аят кәримә бар, изге ғәмәл халҡыбыҙҙың йолаларында, ғөрөф-ғәҙәтендә лә урын алған. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, был дини, милли өҫтөнлөгөбөҙҙө һаҡларға тейешбеҙ. Бүләк ниндәйҙер әйбер биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, ул — бер-береңә йылы мөнәсәбәт, ихтирам, хөрмәт, хәстәрлек, һөйөү, ғәфү итеү, йылмайыу... Ғаиләлә, эш урынында, илдә ошондай күркәм мөхит булдырайыҡ, уның йылыһынан көс-дәрт, рух, матурлыҡҡа ынтылыш алып йәшәйек, балаларыбыҙға ла шундай тәрбиә бирәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шулай икән, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә рәхмәтен насип итер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад