"Ғүмере үтеп, һуңғы һулышы еткәнсе бер изгелек тә эшләмәгән кешенең Аллаһ Тәғәлә алдында аҡланыр урыны ҡалмаҫ", — тигән үҙенең мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда яҡшы ғәмәлдең баһаһы ифрат юғары. Мәҫәлән, "Өлкәндәрҙе хөрмәт итә белмәгән кеше минең өммәтемдән түгел", — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте менән бирелгән ғүмерҙең сабыйлыҡ, балалыҡ, үҫмерлек, йәшлек йылдарын үткән оло йәштәгеләргә айырыуса изгелекле, иғтибарлы булыу мөһим. Ҡартлыҡ килеүе ҡотолғоһоҙ, шуға күрә һәр кем ғүмер юлын лайыҡлы үтергә тейеш. "Эй, Аллаһ! Мине тән зәғифлегенән, ҡурҡып-өркөп йәшәүҙән, ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан, ҡартлыҡ сәбәпле килгән аҡыл зәғифлегенән ҡурсалап тороуыңды теләйем", — тип һәр ваҡыт доға ҡылыр булған пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Бер-беребеҙгә ышанайыҡ Кешенең бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө ҙур. "Бер-берегеҙгә ышана белегеҙ, — тип өйрәтә Ислам. — Ҡәрҙәштәрегеҙҙән изгелек кенә көтөргә өйрәнегеҙ, һөйләгән һүҙҙәренән насарлыҡ эҙләмәгеҙ. Башҡаларға ышаныу гонаһҡа батып барғандарҙы ла бәләнән ҡотҡарып ҡала".
Күркәм холоҡ, тәрбиәлелек — әҙәм балаһындағы иң күркәм сифаттар. "Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная", — тигән имам Садиҡ. Бөгөнгө аҡыл эйәләренең күбеһе әҙәплелекте, тәрбиәлелекте бәхеткә, уңышҡа алып барған хазина тип белә.
Аяттарға күҙ һалайыҡ: "Үлсәгән ваҡытта ғәҙеллек кәрәк, бизмәнегеҙ дөрөҫ булһын. Бының аҙағы — яҡшы", "Белмәгәнеңде беләм тип барма: ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, күңелең был йәһәттән бергәләп яуап тотасаҡ", "Күкрәгеңде киреп йөрөмә: ерҙе үтәнән-үтә тишеп сығырға көсөң барыбер етмәҫ, буйың менән дә тауҙар түбәһенә етә алмаҫһың", "Тәкәбберлеккә бирелеп, маҡтанып йөрөгәндәрҙе Аллаһ һөймәй" һәм башҡалар.
Тар күңеллелек наҙанлыҡтан килә “Күрә алмаусанлыҡ, үҙ-ара дошманлыҡ холоҡтоң тотанаҡһыҙ булыуынан килә, — тип өйрәтә дин. — Ундай кеше ыҙғыш өсөн сәбәп эҙләп тик йөрөй. Күп нәмәне дуҫтарса хәл итеү урынына, маһайыусанлығы, наҙанлығы сәбәпле, аҙым һайын янъялға юл асып тора”.
Был йәһәттән дин әһелдәре элек-электән бәндәләргә яҡшылыҡ, изгелек, кешелеклелектең сағыу өлгөләрен күрһәтеп килгән, тормош һабаҡтарын тыуыр быуындарға ҡалдырған. “Тар күңеллелек — етешһеҙлектәрҙең иң насары, үс алырға ашығыу — гонаһтарҙың иң ҙуры”, — тигән Ғәли хәҙрәт.
Мосолмандарҙы изге “Ҡөрьән” киң күңеллелеккә әйҙәй: “Арағыҙҙан йомарт, малы етерлек булғандар ҡәрҙәштәренә, фәҡирҙәргә өлөш сығарыуҙан туҡталып ҡалмаһын, бәндәләрҙе ғәфү итһен, бәхилләтә белһен”.