Хоҙайға һыйынһаң, ярҙамһыҙ ҡалмаҫһың21.03.2014
Хоҙайға һыйынһаң, ярҙамһыҙ ҡалмаҫһың
Был фани донъяла һәр кем нимәгәлер таянып йәшәй: берәүҙәр аҡыл көсөн, икенселәр байлығын алға ҡуйһа, өсөнсөләр Хоҙайҙың барлығына ышанһа ла, маҡсатына өлгәшеү өсөн үҙенә тырышырға кәрәклеген аңлап етмәй. Ә инде Хаҡ Тәғәләнең ризалығын, рәхмәтен алыу ниәтендә Уның ҡушҡанын үтәп йәшәгәндәр, әл-хәмдү лил-ләһ, йылдан-йыл арта бара. Үҙемә килгәндә, атай-әсәйҙең “Аллаһ бирһә” тигәнен ишетеп, өлкәндәрҙең ураҙа тотҡанын күреп, үҫмер сағымда Ғәтиә әбейемдән дини һабаҡ алып үҫкән кешемен. Яҙмамда бала сағымда күңелемә һеңдерелгән тәрбиә өлгөләре хаҡында бәйән итмәксемен.

...Иҫтамғол ауылында ғүмер иткән ғаиләбеҙ ул осорҙа Хаҡ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынау, һынылыш осорон кисерә ине. Үлемесле сиргә тарып, оҙаҡ ҡына түшәктә ятҡан әсәйебеҙҙең йәне фани донъяны ҡалдырып китте. Өҫтәүенә көҙгә ағайҙы хәрби хеҙмәткә оҙатҡас, бығаса үҙ ағышы менән барған тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәреп, алдыбыҙға бихисап йәшәйеш мәсьәләләре килеп баҫты. Шундай ҡатмарлы ваҡытта күңел торошобоҙҙо тойомлап, беҙгә ҡул-ҡамыт итешкән, хәҙер инде йәндәре баҡыйлыҡҡа күскән Хәтифә, Тәслимә, Миңзада, Хөснә әбейҙәрҙең, Әнүзә еңгәнең, фельдшер Маһинур апайҙың күрһәткән изгелектәре онотолғоһоҙ. Әле ағинәйҙәр ҡорона ингән Ғәнидә, Хәдижә, Сәймә еңгәләрҙең, Мөһилилә апайҙың тел һәм ҡул ярҙамы ла үҙҙәренә йылдар арауығынан сауап булып әйләнеп ҡайтһын.
Ә бына алда әйтеп уҙған Ғәтиә әбей тураһында айырым һөйләмәйенсә булмай. Ул бәпкәләрен ҡурсаларға теләгән инә ҡаҙҙай талпынып беҙгә көн дә хәл белешергә килә торғайны. Үҙе ишектән ингәндә гелән “күнегерһегеҙ” тигән һүҙҙе ҡабатлар ине. Ҡулындағы иләген миңә тотторған арала ла дини һабаҡ биреүен дауам итә: “Аш-һыу әҙерләргә тотонор алдынан ҡулыңды йыуғас та “Әғүҙү-билләһи-минәш-шайтанир-ражим, бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип әйтергә ғәҙәтләнһәң, эшең уң булыр”. Уҡлау уйнатып арыған ярҙамсыл йән, урынынан тормай ғына бармаҡтары менән төрткөләп, йәймәнең тигеҙһеҙ урындарын йоҡартыбыраҡ йәйергә ишаралай. Улары бер аҙ һурыҡҡансы һөйләшеп ултырырға форсат тыуа. Әбейҙең әле генә ҡырҡыу яңғыраған тауышы ҡапыл йомшара төшә. Һиҙеп торам: Аллаһ Тәғәләгә иман килтереү тураһында биргән һабағының һөҙөмтәһен тикшерергә ниәтләй. Уның тишерҙәй итеп баҡҡан һынамсыл ҡарашынан фекеремде туплай алмай тороуымды күргәс, ярҙамға ашыға: “Ләә-иләәһә-илләллаһу Мөхәммәт Рәсүлуллаһ”. Башҡортсаһын икәүләп бер тынала әйтеп ҡуябыҙ: “Аллаһ Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм — Уның илсеһе”.
— Донъяның һөйөнөстәренән бигерәк көйөнөстәре күп, ҡыҙым, — тип һүҙен дауам итә Ғәтиә әбей. — Ҡыуаныс тулҡынына юлыҡҡаныңда Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итһәң, ауыр саҡтарҙа ла мин өйрәткәнде телеңдән төшөрмәй, Хоҙайға һыйынһаң, ярҙамын тоймай ҡалмаҫһың. Кескәй туғандарың ҡайһы саҡта баш бирмәҫкә тырышһа ла, таяҡтың ауыр башы үҙеңә төшкәндә лә...
Көн дә ҡабатланған екһеткес донъя мәшәҡәттәренән, бәләкәстәрҙе тәрбиәләүҙән арып, йөҙөнә хәсрәт күләгәһе ятҡан үҫмер ҡыҙҙың хәленә инә алған аҫыл затҡа рәхмәт тулы ҡарашымды һирпеп бағам.
Мәктәпкә тиклем үк йорт эштәрен бөтөрөп китергә тырышабыҙ. Туғандарымдың береһе менән дәрестән ҡайтыуыбыҙға ун йәшлек ҡустым икмәк бешереп, сәй ҡайнатып ҡуя.
— Бәхетеңә күрә, уттай ҡыҙыу эш осоро булһа ла, Шамил ағайың туғандарыңды ҡараша. Атайың бушай алмай инде. Ят кеше түгелмен — өгөт-нәсихәтемә ҡолаҡ һалырға тейешһең, — тип ҡабатлар ине Ғәтиә әбей. — Ҡайһы саҡта әҙәм балаһы ҡайғы-хәсрәттән бөгөлөп төшөр, ти. Улайтма, башыңа яман уй килеүҙән һаҡлан. Ауырлыҡтарға бирешмәй, уларҙың ваҡытлыса икәнлегенә өмөт бағлап, сабырлыҡ һаҡлаһаң, киләсәктә алдыңда бәхет нуры сәселер.


(Дауамы киләһе йома һанында).


Вернуться назад