Метеорит төшкәнме әллә?21.03.2014
Метеорит төшкәнме әллә?
Танышым тыуған яғына көс-хәл менән ҡайтып килеүе хаҡында һөйләне.
– Өфө – Белорет юлына метеорит төшкәнме ни: теткеләнеп бөткән, машина боҙолоп, әллә күпме хитланып ултырҙым.

Ысынлап та, көндәр йылынып, ҡар ирей башлау менән бығаса бөтөн генә күренгән юлдарҙа соҡор-саҡырҙар хасил булды. Стәрлетамаҡҡа барғандарҙан да, баш ҡалабыҙҙың Затон, Дим биҫтәләрендә йәшәүселәрҙән дә бер үк зар ишетелә:
– Юлдың насарлығы-ы-ы!
Әйткәндәй, былтыр йәй Өфөнөң Сочи урамын бер нисә айға ябып ҡуйғайнылар. Имеш, канализация коллекторын, тротуарҙы ремонтлайҙар… Эшләүен-эшләнеләр ҙә, тик “Ихлас” мәсете эргәһендәге егерме метр аралыҡҡа асфальт һалырға ҡулдары етмәгән. Бөгөн был урынды һыу менән тулы тәрән соҡорҙар, бейек һикәлтәләр “биҙәй”. Һөҙөмтәлә ошо “сират” күперен үткәндә тығындар барлыҡҡа килә, автомобилдәр емерелә, халыҡ эшкә һуңлай…
Шуныһы ғәжәп: Европа илдәрендә лә ҡар яумай түгел, әммә ундағы асфальт ҡатламы нисек һалһалар, шул килеш тиҫтә йыл буйы тора. Ә беҙҙә бөтә нәмә артыбыҙҙан емерелә бара.
Әйткәндәй, ике йыл элек Башҡортостан Президенты Өфө – Аэропорт юлының сифатһыҙ өлөшөн яңынан йәйергә мәжбүр иткәйне. Унан һуң асфальттың составын тикшереүсе махсус лаборатория ла барлыҡҡа килде. Бәлки, баш ҡала урамдарындағы асфальт торошон баһаларға ла ваҡыт еткәндер?
Новости Уфа


Вернуться назад