Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа21.03.2014
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


Васыятҡа тоғролоҡ һаҡлайбыҙмы?

Эпостағы аҡылды, киләсәк быуынға ҡалдырылған васыятты төйөрөмләп ҡуйһаҡ, иң элек, әлбиттә, йәшәү маҡсаты тураһындағыларына туҡталырға кәрәк. Әйтәйек, илде һөйөү, тыуған ереңде ҡурсалау һәм иң мөһиме — уны ташламау зарурлығы хаҡында фекер әҫәрҙең башынан аҙағынаса раҫлана килә. Мәҫәлән, Урал батыр, Йылан иленә юл алғас, менеп килгән арыҫланын хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн ҡалдырып китә.
Һау булһам, кире килермен,
Һинең менән булырмын.
Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,
Ситтә ғүмер итмәҫһең,
Төҫәүелләп юлыңдан,
Илгә ҡайтып китерһең,
Минән сәләм әйтерһең, тип
Арыҫланына әйткән, ти.

Бергә оҙон юлдар үткәндән һуң Урал батырҙан айырылырға тура килгән осраҡта яңғыҙы ҡалмаҫ өсөн арыҫлан тыуған илгә ҡайтырға тейеш. Тимәк, хатта йәнлеккә лә ситтә йәшәү ситен.
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен,
— ти Урал батыр Ҡатил батшаға. Ни тиклем ҙур мәғәнә ята ошо ике генә юлда! Атай-әсәйһеҙ ҡалыу ҙа, Ватандан яҙыу ҙа — етемлек. Илең юҡ икән, тимәк, һыйыныр, таяныр, ышыҡланыр, морон төртөр, тупланыр, көс-ҡеүәт алыр төйәгең булмаясаҡ. Кеше тупһаһында яфа-ыҙа сиккән фатирһыҙҙар кеүек йәшәү тормош көтөү түгел, ә көн итеү генә. Шуға ла атай-бабабыҙ балаларын ерле-илле итеү өсөн үҙен аямай яуға күтәрелгән дә инде. Беҙ әле ошо бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белеп, кемгә бурыслы икәнебеҙҙе аңлайбыҙмы, "ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған"дарҙы баһалайбыҙмы? Үҙ еребеҙҙең — тыуған йортобоҙҙоң — иң түрен ят йолалар менән килгән башҡаларға биреп, аҙаҡ илһеҙ, телһеҙ ҡалыу сигенә етеп, йолаларыбыҙҙы онотоп, үкһеҙ етем хәлендә ҡалмаҫбыҙмы?

Кеше булһын затығыҙ!

Эпоста бәхетле ил ошолай һүрәтләнә:
Беҙҙең илдә бар кеше лә —
Өлкәне лә, йәше лә —
Барыһы ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай;
Илде талап йөрөмәҫкә,
Кеше ҡанын ҡоймаҫҡа;
Ил ынйыһын йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө — байман, тип,
Еҫерҙе сит күрмәҫкә...

Ил фәҡәт ошо ҡиммәттәргә нигеҙләнһә, уның киләсәге өмөтлө буласаҡ. Был юлдарҙағы фекерҙәргә айырым туҡталайыҡ:
туғанлыҡ тойғоһон һаҡлау — ул халҡыбыҙҙа һаҡлана, әммә ҡаҡшай;
ил байлығын талау — был хәл бөтөнләй юҡ, тип күҙ йомоп булмай;
кеше ҡанын ҡоймау тигән васыятҡа халҡыбыҙ барлыҡ булмышы менән тоғро, ул бер ваҡытта ла үҙ ирке менән баҫып алыу һуғышы башламаған;
башҡорт халҡы үҙ туғанын ят ҡулға ҡалдырмау сараһын күргән — был йола бөгөн дә һаҡлана, әммә ҡаҡшай бара, ә инде етем ҡалған яҡындарын тәрбиәгә алып, үҙебеҙҙеке итеп баҡҡандарға рәхмәттең иң олоһо, әлбиттә!
Атайға, әсәйгә оло хөрмәт менән ҡарау. Уларҙың йөҙөнә тап төшөрмәү, бәҫен китәрмәү. Урал ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡ юлынан китеүенә шул тиклем әсенә, ҡаты ҡайғыға ҡала һәм былай ти:
Яуызлығың ат иттең,
Йөрәгеңде таш иттең,
Атам йөҙөн ят иттең,
Әсәм һөтөн ыу иттең.

Яуызлыҡтарҙың иң ҙуры — атай рухын юҡҡа сығарыу, әсә һөтө менән бирелгән бөтөн яҡшылыҡты — илде мәңге һуғарыр көстө — ағыуға әйләндереү:
Атаң һиңә ҡот биргән,
Әсәң һиңә һөт биргән…

Эпостағы Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ, Һаҡмар Уралдың юлын ҡыуа, сөнки уларҙы батырға әсә булырлыҡ ҡатындар тәрбиәләй. Ҡаһарман уҙамандар атаһының тыуған ерендә уның васыятын үтәй.
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ,
тигән васыятҡа тоғро батырҙар. Ә әлеге ир-егеттәребеҙ Урал батырҙың был аманатын тотамы? Васыятты бар тип тә белмәгәндәр арта бармаймы?
Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе итегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ,
— ти Урал.
Тимәк, тәрбиә эшендә быуындар сылбыры, айырыуса рухилыҡ өҙөлөргә тейеш түгел. Ғаиләңдә быға иғтибар кәмей бара икән, Урал батырҙың хыялындағы ил яҙмышына хәүеф янай тигән һүҙ. Әле милләттәштәребеҙ араһында әсә һөтө менән күскән ҡиммәттәрҙе иҫәпкә алмайынса, балаға ят тел, йолалар нигеҙендә белем, тәрбиә биргәндәр байтаҡ. Хатта телем, илем тип оран һалған зыялыларыбыҙ араһында шәжәрә ағасының дауамын уйламағандар бар. Үҙең белгән ҡырҡ быуыныңдың һуңғы тармаҡтары ят бауырҙар менән тамамлана икән, унан ни фәтүә? Тамырҙарыңа хыянат итеү түгелме был?
Бөгөн һәр төрлө йәшәйеш мәсьәләләре менән барыһын ҡаңғыртып, туплаған һиммәтле аҡылдарын аҡыл һатыу, бәхәсләшеү өсөн генә файҙаланып, ниндәйҙер эш башҡарыу урынына ҡыл да ҡыбырҙатмай, һыныҡҡа һылтаулап, аҡланып, кемделер ғәйепләп, йылға буйы хәбәр һөйләп, әммә үҙен ил, тел өсөн янып йөрөгән шәхес итеп күрһәтергә теләгәндәр артҡандан-арта бара. Ундайҙарға васыят Уралдың улы Иҙелдең һүҙҙәре менән әйтелә:
Атайымдың ҡулында
Булат дейеү тураны;
Уралдан тыуған ул булып,
Халыҡты һыуһыҙ ҡаңғыртып,
Батыр исеме күтәреп,
Һыу таба алмай тилмереп
Тороу ирлек булырмы?
Тигән дә Иҙел, ирәйеп,
Тауҙы яра сапҡан, ти.

Ҡылыс тотоп, тау ярырға өндәү түгел, ә ысын ирлек, тәүәккәллек ята был һүҙҙәрҙә.
Эпоста төп фекерҙәрҙең береһе:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

"Кеше булһын затығыҙ". Рухһыҙ ҡалып, ашау, ҡорһаҡ тултырыу хәстәрлеге менән генә йәшәп, мал сифатына күсмәгеҙ тигән фекер ята был һүҙҙәрҙә. Кеше затлы булып йәшәү — Урал батырҙың алда әйтелгән барлыҡ васыяттарына тоғро ҡалыу, халыҡ юлынан тайпылмау һәм
Ил батыры шул булыр —
Кеше һөйөр ир булыр.
Һеҙҙең шатлыҡ — минеке,
Минең шатлыҡ — һеҙҙеке,

тигән уй-маҡсат менән ғүмер итеү.
Ғөмүмән, "Урал батыр" эпосы ижад ителгән заман менән беҙҙең быуын араһында әллә нисәмә быуат ятһа ла, бөйөк әҫәрҙәге тәрбиә ҡанундары әле лә заманға ярашлы булыуы менән ҡиммәт.
(Аҙағы. Башы 14, 21, 28 февраль, 7, 14 март һандарында).


Вернуться назад