Илһамланып шиғыр тирәм...21.03.2014
Илһамланып шиғыр тирәм...1. (…)-ҡупшыҡай һис сисмәй
Төрткөлө ҡыҙыл тунын.
Төрткөһөн һанап өлгөрһәң,
Йәшен белерһең уның.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

2. Серәкәйҙе ҡурҡытыуҙың
Өйрәтте атай яйын:
Урманға барырға булһам,
Һөртәм ҡәнәфер (…)ын.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

3. – Кимереүселәр ни... улар
Класыбыҙҙа бар хатта!
Ручка, ҡәләм остарын,
Дәфтәр, китап тыштарын
Кимерә беҙҙең Fата. –
Сыҙамай хатта (…)!
(Рәмзәнә Әбүталипова).

4. Күҙ сағылтҡан ҡарҙан,
яҡты нурҙан
Йөрәк түгел тотоп тыймалы.
“Осһаң әгәр, әйҙә,
бында кил!” – тип,
Офоҡ иңләп көлә (…)ым.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

5. Һаҡланған да, яҡланған да ул тел,
Ҡандар ҡойоп, баштар һалынған.
Онотмаһын шуны килер быуын,
Онотмаһын тыуыр (…)тар!
(Әлфиә Әсәҙуллина).

6. Олатайымды саҡмайҙар,
Кәрәкмәй уға күрек,
Шулай ҙа мин үҙем өсөн
Әҙерләп ҡуям (…).
(Рәмзәнә Әбүталипова).

7. Тәмле ҡоймаҡ бешереүсе
Өләсәй бар тағын.
Бергәләшеп әҙерләгәс,
Күңеллерәк (…).
(Рәмзәнә Әбүталипова).

8. Был ваҡланыу түгел,
Түгел эрелек тә.
Фекер төйнәп ҡуя
Һөйләмдән һуң (…).
(Әлфиә Әсәҙуллина).

9. Ултыртты бабай ҡабаҡ,
Урамға тулды һабаҡ.
Һәр һабаҡта бер ҡабаҡ,
Һәр ҡабағы - ҙур (…)!
(Рәмзәнә Әбүталипова).

10. Һауаларҙан талғын аға
Аҡ болоттоң күпереге.
Ел иҫһә лә, ергә таммай,
Исмаһам, (…)ө.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

11. Һәр тарафта йөҙҙәр таныш,
Урам таныш, йорт таныш.
Ҡаршы сығып эт өрһә лә
Йөрәгемә (…).
(Әлфиә Әсәҙуллина).

12. Ҡата башындай һүҙ ҡатһаң,
Ҡаҡлыға йәнгә тейеп.
Һынамсыл ҡараш атыуың,
Наҙ түгел, йәнгә (…).
(Әлфиә Әсәҙуллина).

13. Йәнде-тәнде, аяҡ-ҡулды
Бығаулаған тыйыуҙар.
Тыйыуҙарға күнеп кенә
Йәшәй алмай (...)ҙар.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

14. Еләктәр йыйған
Йәмле йәй еҫен,
Ҡояш нурҙарын,
Сәскәләр (…)өн.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

15. Һаумы, мәктәбем!
Һағындым һине,
Серле моң кеүек
Ҡыңғырау (…)ы.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

16. Һинең нурҙарың һүрелһә,
Ҡалһа һүнеп бөтөнләй,
Аҡ донъяның йәшәйеше
Юҡҡа сығыр (…)дәй.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

17. Ҡышын туңмай, йәйгеһен дә
Һис йылынмаҫ һыуҙары.
Шундалыр тыуған яғымдың
Йәшәйеш (…)ҙары.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

18. Тап олатаң – яйлап ҡына
Олпат баҫып килеүҙәрең;
Тап өләсәң – күҙең ҡыҫып
Яңғыратып (…)ҙәрең.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

19. Ниҙер һөйләшкәндәй, ҡыр
ҡаҙҙары
Ҡаңғылдайҙар төрлө тауышҡа,
Әллә тыуған яҡтан айырылғанға
Төшәләрме ҡайғы-(…)ҡа?
(Рәмзәнә Әбүталипова).

20. Кисә ниндәй улар ярһыу ине,
Үкерешеп ҡыуҙы бер-бер(еһ)ен.
Әйтерһең дә, чабан ярһыу атта
Алып ҡайтты ауыл (…)ен.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

21. Бер кем бер кемдән ҙур түгел,
Бер кем бер кемдән – артыҡ.
Һәр нәмәне урынына
Ултырта бары (…).
(Әлфиә Әсәҙуллина).

22. Сабый бала, үҫкәс аңларһың да,
Ғәфү итмәҫ бары йөрәгең.
Атаң-әсәң иҫән, тик уларға
Бер генә лә юҡ шул (…)ең.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

23. – Ҡар-буранға ла бирешмәй
Ҡып-ҡыҙыл ялҡын-тәлгәш,
Ҡараһы баҡсала үҫә?
– Дөп-дөрөҫ әйттең! (…)!
(Рәмзәнә Әбүталипова).

24. Бына ул бүләген кейеп,
Еңел санаһын һөйрәп,
Ҡар өйөргә сығып китте,
Алып уйынсыҡ (…).
(Рәмзәнә Әбүталипова).

25. Бер нур булып
тыуыр таңға ҡалыр,
Бөрө булып
яҙын япраҡ ярыр,
Тамсы булып
тамыр боҙбармаҡтан,
Ҡоштар менән
ҡайтыр яҙ йыраҡтан.
Илаһи ҙа, ғәзиз,
моңло бер йыр,
Һин генәһең,
һин генәһең – (…).
(Әлфиә Әсәҙуллина).

26. Ниндәй хәлгә һине
төшөрмәйҙәр
Белмәгәндәр хатта әлепте.
Мәғәнәһе һүҙҙең үҙгәреүсән
Дөрөҫ яҙмаһаң да (…)те.
(Әлфиә Әсәҙуллина).

27. Тынғы бирмәй йәйге кистә,
Булһа ла бик бәләкәй:
Күҙгә генә инеп бара
Һуҡыр себен - ләпәкәй.
(Рәмзәнә Әбүталипова).

28. Ярһыу алмағастар хуш еҫ
бөркөп,
Туй күлдәге һалған иңенә.
Хатта кесерткән дә ҡупыҡланып
Сәскә элгән әсе (…)енә...
(Рәмзәнә Әбүталипова).


Шпаргалка: Тел. Май. Төҫ. Сың. Парта. Хәреф. Урман. Көрәк. Сөрөк. Миләш. Табын. Кәрәк. Нөктә. Ваҡыт. Табаҡ. Көтөү. Көйөк. Һағыш. Тамыр. Көлөү. Төтөн. Ҡыйыу. Шиғыр. Ҡамҡа. Ләпәкәй. Ҡыуаныс. Башҡорт. Төкөрөк.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад