"Ишембайнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығының ветерандар советы ултырышында был юлы Смаҡай ауылы зыяратының ҡоймаһын нығытыу тураһында ла һүҙ барҙы. Был һис тә ваҡ мәсьәлә түгел, тип иҫәпләй өлкәндәр.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, дәүләт наградаларына, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған нефтсе, табип, уҡытыусылар, һуғыш һәм тыл ветерандары ошонда мәңгелек йән тыныслығы тапҡан. Уларҙың ҡәберҙәре тереләрҙең ҡарау-тәрбиәләүенә мохтаж.
Заманында Смаҡай зыяратының таш ҡоймаһы Ишембайҙағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү ихтыяждары өсөн төҙөлгән торлаҡ, дауахана, мәктәп, етештереү объекттары өсөн нигеҙ итеп тотонолған. Бынан 20 йыл самаһы элек ҡуйылған ағас ҡойманың имән бағаналары ныҡ серегән.
Ҡала хакимиәтенән ярҙамдың тиҙ генә булмаясағын белеп, август аҙаҡтарында Смаҡай территориаль йәмәғәт үҙидараһына үҙ көсөбөҙ менән зыярат ҡоймаһын төҙөү буйынса аңлатыу эштәрен йәйелдереү тәҡдиме менән сыҡтыҡ.
Кәңәшле эштән дә яҡшыһы юҡ — тиҙ арала яуаплы кешеләр тәғәйенләнде, "Торатау" һәм "Восход" гәзиттәрендә сығыш яһаныҡ, яҡташтарыбыҙ һәм төҙөлөш материалдары һатыусылар менән килешелде, бағыусыларҙы ла таптыҡ. Әйткәндәй, "Торатау" гәзите эш барышын киң яҡтыртып килде. Ойоштороусыларҙың тырышлығы, башланғысты халыҡтың берҙәм күтәреп алыуы һөҙөмтә бирҙе — 170 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Ете тапҡыр өмәгә сығып, әйләнәһе 750 метр булған зыяратты тимер бағаналар, ҡарағай бурса, рәшәткәләр менән кәртәләнек. 15 ноябрҙә һуңғы ҡаҙаҡты ҡағып, смаҡайҙар үҙ эшенән ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Ваҡытын, көсөн, аҡсаһын йәлләмәй эшләүселәрҙең барыһын да гәзиттә телгә алып китмәүем өсөн ғәфү үтенәм. Шулай ҙа Смаҡай территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе Әнүәр Шәңгәрәевтең фиҙакәрлеген, материалдарҙы тейәү-бушатыу, урынлаштырыу, транспорт табыу, төҙөлөш эшенә халыҡты йәлеп итеүгә оҫталығын айырым билдәләгем килә. Иғәнә йыйыусы Рауил Ғүмәров менән Әнисә Ибәтуллина халыҡтың күңеленә үтеп инерлек һүҙ таба белде. Ауыл аҡһаҡалдары Әмир Фәйзуллин, Биктимер Ҡолмөхәмәтов, урта быуын вәкилдәре Ғаяз Ибәтуллин, Фәйзрахман Хәмиҙуллин, Саях Фәйзуллин, Мөхәммәт Арыҫланов, Рафаил Собханғолов, Марат Шириязданов, Миңзәр, Мөнир, Илгиз Шәңгәрәевтәр, Әнүәр Фәхретдинов... Өмәселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт!
Луиза Шәңгәрәева, Фәтиха Дусмәева, Гөлдәр Фәйзуллина, Райхана Ҡоләхмәтова, Рәйлә Шафиҡовалар эшселәрҙе тәм-том, бәлеш-ҡоймаҡ менән һыйланы. Әммә бының менән генә эш бөтмәй әле. Ҡойманы буяу, ағас ултыртыу мәшәҡәттәре бар.
Хәҙер алда боронғо зыяратты кәртәләү бурысы тора. 2014 йылға ҡала бюджетынан был маҡсатҡа аҡса ҡаралған, үҙебеҙ ҙә материалдар әҙерләүгә өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ.
Дәррәү тотонһаҡ, был изге эштәрҙе лә атҡарырбыҙ тигән өмөттә ҡалам.
Рәсүл ҒҮМӘРОВ,
"Ишембайнефть" идаралығының ветерандар советы рәйесе.