Ил ағалары ла ишетһен ине21.03.2014
Халыҡтың йөрәген әрнетеп тә, етәкселәрҙең күңеленә барып етмәгән хәлдәр, борсолорлоҡ мәсьәләләр күп. "Башҡортостан" гәзите биттәрендә лә халыҡтың ошоға ҡағылышлы үтенес-талаптары, кәңәш-теләктәре сағылыш таба.

Үҙ күләгәбеҙҙән үҙебеҙ ҡурҡып, әйтер һүҙебеҙҙе лә әйтмәй, ҡулдан килерлек эште лә еренә еткермәй йәшәүҙе хуп күрмәһәк ине, туғандар. Йөрәк әрнеткес мәсьәләләрҙең береһе — урамдарға арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен биреү, һәйкәлдәр һалдырыу — күптән инде халыҡ телендә, гәзит биттәрендә. Әммә "йөк" һаман да үҙ урынында.
Шағирә Лариса Абдуллинаның бер яҙмаһында: "Урам һепереүсегә лә Октябрь проспектында һәйкәл ҡуйылды, ә ил азатлығы өсөн көрәштә башын һалған яҙыусыларыбыҙға һәйкәл һалыу түгел, исемдәрен урамға ҡушырға ла батырлығыбыҙ етмәй", — тип белдереүе йөрәккә уҡтай ҡаҙалды. Республикабыҙҙы, әҙәби телде һәм мәҙәниәтте үҫтереү юлында оло эштәр башҡарған шәхестәребеҙҙе ниңә данлай белмәйбеҙ икән? Былтыр баш ҡалабыҙҙа өс шәхескә — Арыҫлан Мөбәрәковҡа, Мостай Кәримгә һәм Зәйнәб Биишеваға — һәйкәл ҡуйыу планлаштырылғайны, бурыс тулыһынса үтәлмәне. Зәйнәб апайҙың һынын эшләтеүгә аҡса ла юҡ, имеш, өҫтәүенә уның өсөн урын таба алмай йөҙәйҙәр. Әҙибә ял итергә яратҡан, үҙе йәшәгән ерҙән алыҫ булмаған В. Маяковский скверы ҡулай булыр ине, моғайын. Халыҡтар дуҫлығын кәүҙәләндергән ике һәйкәлдән бына тигән композиция төҙөп була. Өфө тиклем ҙур ҡалала арҙаҡлы шәхестәр һындарына урын табып булмаһын әле!
Шуныһы һөйөнөслө: эштәре менән һәйкәлгә лайыҡлы шәхестәребеҙ бихисап. Төптән уйлап хәл иткәндә, уларҙың һәйкәлдәренән торған галерея булдырырға ла мөмкин. Н. Крупская исемендәге урам менән Киров урамы киҫешкән ерҙә (элек В.И. Ленин стелаһы торған урында) ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт мөйөшө эшләп була ла баһа. Баш ҡала йөҙөн биҙәүсе, уны ситкә танытыусы, бай фантазиялы архитекторҙарыбыҙ ҡайҙа һуң?
Республикабыҙҙы ғына түгел, илде данға күмгән Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының исемдәре менән аталған урамдарҙы табыуы ла ҡыйын. Сөгөлдөрсө Банат Батырованың иҫтәлегенә яңы урам барлыҡҡа килһә, насар булыр инеме ни?
"Башҡортостан" гәзитенең 31 ғинуар һанында Ринат Камалдың "Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым..." тип аталған мәҡәләһендә лә тап ошо кисектергеһеҙ мәсьәлә күтәрелгәйне. Ил ағаларын уйланырға мәжбүр итерлек яҙма булды ул. Раян Вахитовтың ошо уҡ һанда донъя күргән "Ни әйтербеҙ Салауатҡа беҙ — уның вариҫтары?" тигән йөрәктән сыҡҡан сығышын да тыныс ҡына, уйһыҙ, хис-тойғоһоҙ ҡабул итеп булмай. Автор күтәргән етди мәсьәләләр — емерек һарайҙар, ябыҡ мәктәп һәм дауаханалар, китапһыҙ ҡалған халыҡ — бөтә Рәсәйгә хас. Ысынлап та, "Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 260 йыллығына килгән ҡунаҡтарға нимә күрһәтербеҙ икән?" тип борсолған Раян Вахитов хаҡлы бит. Һис һүҙһеҙ, Башҡортостанды ситкә танытыу, дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу өсөн БРИКС һәм ШОС илдәре саммиттары ла кәрәк. Әммә үҙең йәшәгән төбәкте, терәк булып торған халҡыңдың уй-теләктәрен дә оноторға ярамайҙыр.




Вернуться назад