Хөрмәтле редакция! Һеҙгә аптыраған көндән мөрәжәғәт итәм. Былтыр иремдең күҙенә ике тапҡыр операция яһанылар. Уң күҙе бөтөнләй күрмәй. Төпкә батмаһын өсөн силикон ҡуйҙылар. Бик ауыр үтте операция.
Ике айҙан "больничный"ҙы яптылар. Өс килограмдан да ауырыраҡ әйбер күтәрмәҫкә, ел-һалҡындан һаҡланырға кәрәк, икенсе күҙгә лә зыян килеүе бар, тинеләр. Әле йыш башы ауыртып ыҙалай, күҙе әрнеп һыҙлай. Өфөләге профессиональ сирҙәр клиникаһына йүнәлтмә һорағайны — бирмәнеләр. 40 йыл буйы механизатор булып эшләгән кешегә шундай мөнәсәбәт аптырашта ҡалдырҙы.
Кәңәш һорап, район дауаханаһының бүлексә мөдиренә, күҙ врачына индем. "Еңел эшкә күсһен йәки өйҙә генә ятһын", — тиҙәр. Ауылда ниндәй еңел эш булыуы мөмкин? Инвалидлыҡ юллау хаҡында һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайным да, бер яуап та, кәңәш тә булманы. Һау сағында көн-төн бил бөктө, ауырлыҡтарға зарланманы. Хәҙер, сәләмәтлеге киткәс, бер кемгә лә кәрәге ҡалманы. Пенсияға сығырға өс йыл бар бит әле.
Был мөрәжәғәткә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары А. Афанасьевтан яуап алдыҡ.
"Хатты тикшереү барышында түбәндәге хәл асыҡланды: В. Әхиәров 2011 йылдан Саҡмағош районы дауаханаһының врач-терапевы һәм офтальмологы күҙәтеүендә тора. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының микрохирургия бүлексәһендә үткәрелгән операциянан һуң пациентҡа үҙәк район дауаханаһында амбулатор дауа күрһәтелгән.
Быйыл 12 февралдә В. Әхиәровтың сәләмәтлеген үҙәк дауахана поликлиникаһы белгестәре тикшерҙе. Врач комиссияһы тарафынан пациентты медик-социаль экспертизаға инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләһен хәл итеү өсөн ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. В. Әхиәровты артабан дауалау өсөн район дауаханаһы баш врачының поликлиника буйынса урынбаҫары Л. Латипова яуаплы".